Все новости
Иман
4 Мая 2018, 12:25

МӘСЕТ ҺУҠМАҒЫНА ҮЛӘН ҮҪМӘҺЕН

Үткән йәкшәмбе Ермолаеволағы “Рамаҙан” мәсетенең 10 йыллыҡ юбилей тантанаһы үтте. Сарала райондың дини йәмәғәттәре, хакимиәттән кешеләр, күрше район һәм ҡалаларҙан да ҡунаҡтар булды. Ҡатын-ҡыҙ күберәк, ирҙәр аҙыраҡ ине. Ғөмүмән алғанда, халыҡ ни сәбәп менәндер аҙ булды.

Үткән йәкшәмбе Ермолаеволағы “Рамаҙан” мәсетенең 10 йыллыҡ юбилей тантанаһы үтте. Сарала райондың дини йәмәғәттәре, хакимиәттән кешеләр, күрше район һәм ҡалаларҙан да ҡунаҡтар булды. Ҡатын-ҡыҙ күберәк, ирҙәр аҙыраҡ ине. Ғөмүмән алғанда, халыҡ ни сәбәп менәндер аҙ булды.

Байрамды “Рамаҙан” мәсетенең имам-хатибы Азат хәҙрәт Хәлилов асты.

- Әссәләмәғәләйкүм, ҡан ҡәрҙәштәр! Әлхәмдүлилләһ, бөгөн беҙ Аллаһ йортобоҙҙоң бәләкәй генә юбилейына йыйылдыҡ.

Дөйөм майҙаны 300 кв. м булған ике ҡатлы, ике манаралы Аллаһ йортона 2004 йылда ҡола яланда нигеҙ һалынып, 2008 йылдың 28 ғинуарында рәсми асылды. Мәсетебеҙгә нигеҙ район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ярҙамы менән һалынып төҙөлдө. Шулай уҡ иман йортобоҙ районыбыҙҙан сыҡҡан эшҡыуарҙар, район предприятиелары тарафынан йыйылған хәйриә фонды ярҙамында төҙөлдө. Төҙөлөштөң башынан аҙағына тиклем күп көс түккән Сәмерхан Юлтаевҡа ла ҙур рәхмәт.

Аллаға шөкөр, йыл һайын мәсетебеҙгә ремонт яһап торабыҙ. Ун йыл эсендә бында 2 мең тирәһе балаға исем аталды һәм 1200 тирәһе йәш ғаиләләргә никах уҡылыуы ла ҡыуаныс. Йәйге каникул ваҡыттарында мәсеттә йыл һайын ислам лагеры ойошторола. Был осорҙа Өфө ҡалаһында урынлашҡан Рәсәй ислам университеты шәкерттәре практикаға килә. Балаларҙы ғәрәп теленә һәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса ислам нигеҙҙәренә өйрәтә. Киләсәктә лә иман йортобоҙға халыҡ күп йөрөр, тип ышанабыҙ, - тине Азат хәҙрәт һәм юбилейҙы ойоштороуҙа ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтоваға, Булат Маликовҡа, сараны алып барыусы, “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясовҡа һәм спонсор ярҙамы күрһәтеүсе район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәсимә Бабченкоға, “Юшатыр” магазины директоры Ринат Әхмәтйәновҡа, Күмертауҙағы шәхси эшҡыуар Алик Сабитовҡа, “Подковко” магазины хужаһы Фәнир Әминевҡа, ҙур рәхмәттәр әйтеп, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Артабан ҡотлау һүҙҙәре менән сараны район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов дауам итте.

- Хәйерле көн, туғандар! Көйөргәҙе районы муниципаль район Советы һәм Хакимиәте исеменән һеҙҙе ихлас күңелдән Ермолаево ауылы «Рамаҙан» мәсетенең юбилейы менән ҡотлайым. 10 йыл элек күмәк көс һәм барыбыҙҙың тырышлығы менән иман йорто асылды. Ауылыбыҙға, районыбыҙға йәм һәм бәрәкәт өҫтәп, мәсетебеҙ яҡты иман нуры сәсеп тора. Бында төрлө дини байрамдар, осрашыуҙар үткәрелә. Артабан да бөтә изге эштәрегеҙҙә уңыштар юлдаш булыуын теләйем. Мәсет һуҡмағына үлән үҫмәһен, ауылда иманлы, аҡыллы, эшһөйәр йәштәр үҫтерергә яҙһын, Иншаллаһ! Илдәр тыныс булһын, сәләмәт булайыҡ! - тип Әхәт Йәүҙәт улы юбилей менән ҡотлап мәсеткә 10 мең һум аҡса бүләк итте. Шулай уҡ мәсет эшенә, дини йүнәлешкә өлөш индергән Азат хәҙрәткә, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтовҡа, Мораптал ауылында йәшәүсе Фирҙәүес Ғисмәтуллинаға һәм Булат Маликовҡа иҫтәлеккә башҡорт шағиры Мәүлит Ямалетдиновтың шиғри формала яҙылған Ҡөръән сүрәләре китаптарын тапшырҙы.

Байрам тантанаһында Юлай Ишмөхәмәтов та мосолман ҡәрҙәштәр алдында тел мәсьәләһе буйынса сығыш яһаны, телебеҙҙе һаҡлайыҡ, тип оран һалды. Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт тә мәсетебеҙҙе күптән килеп күреү теләге булғанлығын һәм ниһайәт күркәм сараға килә алыуына шатланды. Мораҡта мәсет төҙөгәндә уны тап Ермолаево мәсете проектына ҡарап һалыуҙары тураһында бәйән итте.

“Рамаҙан” мәсетен төҙөүҙә күп көс түккән Сәмерхан Юлтаев та иман йортон һалыу йылдарын фотолар күрһәтеп һөйләне. “Мин ул саҡта ҡоролтай рәйесе инем, Әхәт Йәүҙәт улы саҡырҙы ла ошо изге эште башҡарыуҙы башлап ебәреү тураһында әйтте. Мәсет төҙөү – ул еңел эш түгел. Был эште атҡарып сығарырға ауыл хужалыҡтары етәкселәре, эшҡыуарҙар, район етәкселәре һәм башҡа бик күптәр ярҙам итте. Тик, мәсет юҡта халыҡ ҡасан төҙөлөп бөтә инде, тип түҙемһеҙләнеп көттө, ә хәҙер халыҡтың ниңәлер иман йортона күпләп йөрөмәүҙәре эсте бошора. Беҙгә йәштәребеҙҙе ылыҡтырыр кәрәк”, - тине ул әсенеп.

Сара ваҡытында ирҙәр мәсеттең аҫҡы өлөшөндә, ҡатын-ҡыҙҙар өҫтә урынлашты. Рәсми өлөш тамам, тиһәк тә, ҡатын затының әйтер һүҙе булды, Керәүле ауыл биләмәһенән килгәндәрҙең һәр береһе тиерлек мәсеткә арнап шиғыр һөйләне, башҡаларҙың да әйтер һүҙе бар ине.

Ҡөрьән уҡыу оло намаҙ залында үтте. Рәсүл хәҙрәт үткәрҙе. Унда 1-се урынға Рамаҙан хәҙрәт (Күмертау) лайыҡ булһа, 2-се һәм 3-сө урындарҙы Илдар хәҙрәт (Абдул) менән Рәфҡәт Исламғолов (Мәләүез) бүлеште. Ә мөнәжәт әйтеү бәйгеһе ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан әҙерләнеп, аҫҡы ҡатта үтте. Ундан артыҡ кеше ҡатнашҡан бәйгене жюри ағзалары булған Нурия Хәлилова, Гөлсинә Йосопова, Әнисә Рәхмәтуллина барыһын да ҡыҙыҡһынып тыңланы. Бигерәк тә Абдул ауылынан килгән бәләкәс кенә Элина, Самира Усмановаларҙың, Карина, Элина, Диана Дауытоваларҙың, Айлизә Рәжәпованың Ҡөръән сүрәләрен уҡып ишеттереүҙәре байрамды тағы күркәмләндерҙе, бәрәкәт өҫтәне. Бәләкәйҙән үк дингә ылығыуҙарын, тәүфиҡта ғына үҫеүҙәрен күреп, барыһы ла ҡыуанды. Уларға Нурия Хәлилова үҙенең махсус бүләктәрен тапшырҙы. Шулай уҡ Ҡөръән сүрәләрен ололар ҙа уҡыны. Уны Айсыуаҡ ауылынан Венера Ноғоманова башлап ебәрҙе. Ә Мөнәжәт әйтеү буйынса 1-се урынға Рәйсә Сөләймәнова (Абдул) лайыҡ булды. 2-се урынды Тәнзилә Ҡотлобаева (Кинйәбай), Фирҙәүес Абдуллина (Ҡаҙарма), Ғәҡшиә Имамова (Керәүле-Илюшкин), Зилә Түләгәнова (Яманһары) үҙ-ара бүлешһә, 3-сө урын Зөләйха Ғафароваға (Уңғар) эләкте.

Аҙаҡ күркәм сараға йыйылған барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәр ҙә мул табын артына ултырҙы. Һәр кемгә оло хөрмәт күрһәтеп, аш-һыу табынында Ғәлиә Абдуллина, Рима Ниғмәтуллина, Рәшиҙә Ғөбәйҙуллина апайҙар йүгереп йөрөнө. Улар аш-һыу әҙерләп кенә ҡалмай, һәр саҡ мәсет тирә-яғын йыйыштырыуҙа ла ярҙам итә икән. Рәхмәт һеҙгә, апайҙар, ҡул-аяҡтарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын.

Иманлы ерҙә бәрәкәт тә, татыулыҡ та бар, тиҙәр. Барыбыҙ ҙа иманлы булайыҡ.
Читайте нас: