Все новости
Иман
15 Мая 2018, 13:23

ҺАМАН ДА...

Бөгөн ҡояш байыу менән барлыҡ мосолмандар өсөн изге булған Рамаҙан айы башлана. Беҙҙең районда мәсеттәребеҙ байтаҡ ҡына. Бөгөн беҙ ошо дини йорттарҙың бөгөнгө хәленә туҡталып үтмәксебеҙ.

Бөгөн ҡояш байыу менән барлыҡ мосолмандар өсөн изге булған Рамаҙан айы башлана. Беҙҙең районда мәсеттәребеҙ байтаҡ ҡына. Бөгөн беҙ ошо дини йорттарҙың бөгөнгө хәленә туҡталып үтмәксебеҙ.

Мәсеттәрҙең үҙен һәм уның ерҙәрен рәсмиләштерергә кәрәк тип, район хакимиәте етәкселәре 4 йыл буйы тылҡып килә, әммә һаман да райондың әллә күпме мәсете ойошма булараҡ теркәлеп, документтарын тәртипкә килтермәгән, ерҙәрен рәсмиләштермәгән. Хәҙер был мәсеттәргә ябылыу ҡурҡынысы янай.

Миҫал өсөн Баймаҡ районын ғына алайыҡ. Бында 100-ләгән мәсет бар һәм уларҙың барыһы ла әллә ҡасан тейешле документтарын тәртипкә килтереп бөткән.

Беҙҙең Ермолаеволағы «Рамаҙан» мәсете (Азат Хәлилов — имам-хатип) һәм Мәмбәтҡол (Вәлетдин Мәмбәтҡолов — имам-хатип), Яманһары (Ришат Йәмилов — имам-хатип), Иҫке Мораптал (Рәфҡәт Рахманғолов - имам-хатип), Зәк-Ишмәт (Ғәли Рәхимов - мулла) ауылдары мәсеттәре генә дини ойошма булараҡ теркәлеп, ерҙәрен дә рәсмиләштереп, бар документтарын тәртипкә һалған.

Райондың башҡа мәсеттәре — Яңы Мораптал (Ғәли Дилмөхәмәтов — имам-хатип), Яҡшымбәт (Фәрхәт Аҙнабаев — имам-хатип), Абдул (Илдар Усманов — имам-хатип) , Илкәнәй (төҙөлөп кенә ята), Йомағужа (Ғәзиз Әмиров — имам-хатип), Яҡут (Рауил Шәмсетдинов — мулла), Тимербай (Азат Рәжәпов — имам-хатип), Шәбағыш (Рәшит Хәлилов — имам-хатип), Яңы Таймаҫ (Фәрғәт Шәмсетдинов — имам-хатип), Ҡотлоюл (Риф Боҫҡанов — имам-хатип), Яҡуп (муллаһы юҡ), Көйөргәҙе (Йәмил Чурин — мулла), Яңы Ямаш (Пахлавон Ниғмәтов — мулла) мәсеттәре дини ойошма булараҡ теркәлһә лә, уларҙың ерҙәре милек булараҡ һаман да рәсмиләштерелмәгән.

Шулай уҡ 5 мәсет — Яңы Таймаҫ, Ҡотлоюл, Яҡуп, Көйөргәҙе, Яңы Ямаш мәсеттәре ошоға тиклем дини ойошма булараҡ та теркәлмәгәндәр, улар тик дини төркөм исемен генә йөрөтә.

Документтарын тәртипкә килтермәгән мәсеттәрҙең проблемалары ниҙә икәнен асыҡлар өсөн беҙ уларҙың имам-хатиптары һәм муллалары менән һөйләштек.

Азат ХӘЛИЛОВ, «Рамаҙан» мәсете имам-хатибы:

- Мәсет өсөн яуаплы кешеләргә был эште тиҙләтергә кәрәк. Закондар көндән-көн үҙгәреп тора, бер көн килеп улар мәсетһеҙ ҙә, ерһеҙ ҙә тороп ҡалыуҙары бар. Шуға күрә кәрәкле документтарҙы ваҡытында юллап ҡуйыу яҡшыраҡ. Мәҫәлән, дини ойошма булараҡ теркәгән һәм ерҙе рәсмиләштергән өсөн беҙҙең мәсеткә барлығы 22 мең һум аҡса китте. Әле сертификат алыр өсөн тағы 22 мең һум тирәһе аҡса кәрәк буласаҡ.

Фәрғәт ШӘМСЕТДИНОВ, Яңы Таймаҫ ауылы мәсете имам-хатибы:

- Мин килгәнгә тиклем бында бер нәмә лә теркәлмәгән булған. Әле мәсетте дини төркөм булараҡ теркәнек. Дини ойошма булараҡ теркәргә уйламайым, сөнки мәсеткә кеше бик аҙ йөрөй. Уның сығымдары ла арыу ғына, 40-50 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ. Ерен рәсмиләштереү буйынса ла әле йөрөгәнем юҡ. Нисек, ҡайһылай эшләнә икәнен дә белмәйем әлегә.

Йәмил ЧУРИН, Көйөргәҙе ауылы мәсете муллаһы:

- Беҙҙең мәсет тә, уның ере лә кемгә ҡарайҙыр, һаман да билдәләй алмайҙар. Силсәүит беҙҙеке түгел, ти. Хужаһын таба алмай ҡаңғырабыҙ һаман да. Әле силсәүит ниндәйҙер документтар юллап йөрөй шикелле. Мин үҙем оло йәштәмен, ундай эштәр менән бик үк йөрөй алмайым хәҙер. Ере лә һаман теркәлмәгән. Бер кемгә лә кәрәгебеҙ юҡ.

Пахлавон НИҒМӘТОВ, Яңы Ямаш ауылы мәсете муллаһы:

- Беҙҙең ауыл мәсете туғаныбыҙ Фәрит Йәнбирҙин ярҙамында төҙөлдө. Бар эштәрҙе балалар менән бергә күмәкләп эшләп, матурлап 2011 йылда асып ебәрҙек. Теркәргә кәрәк, тип йөрөнөк-йөрөнөк тә, йә бер нәмәһе, йә икенсе нәмәһе килеп сығып, һаман ҡала килде. Мәсеттең ере силсәүиткә ҡарай тигәс, улар менән арендаға алыу килешеүе төҙөнөк тә, шуның менән бөттө. Мәсетебеҙ матур, йома һайын һәм төрлө дини байрамдарҙа ауылыбыҙҙа йәшәгән ололарҙың барыһы ла килә. Мәсетте һәм уның ерен рәсмиләштереү эшенә яңынан тотонорға кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: