Все новости
Иман
18 Мая 2018, 11:33

ИЗГЕ АЙ

Рамаҙан айы башланды. Мосолман булған кешеләрҙең һәр береһе был ваҡытта ураҙа тотоп, ғибәҙәт ҡылып ҡалырға тырыша.

Рамаҙан айы башланды. Мосолман булған кешеләрҙең һәр береһе был ваҡытта ураҙа тотоп, ғибәҙәт ҡылып ҡалырға тырыша. Гонаһтарҙан, хата, кәмселектәрҙән ҡотолоп, Аллаһы Тәғәлә, Пәйғәмбәребеҙ алдында үҙ бурыстарын үтәп таҙарынырға өмөтләнә. Ололарҙы саҡырып ауыҙ астырып, йәтим балаларға ярҙам итеп, әруахтарыбыҙ рухын шатландырыу өсөн хәйер-саҙаҡалар тараталар. Хәлдәренән килгән мосолман бәндәләрҙең хажға барып ҡайтырға теләктәре була. Һәр кемгә үҙҙәренең теләктәренә ирешергә насип итһен ине. Илдәребеҙ тыныс, ризығыбыҙ хәләлдән булып, иҫәнлектә, һаулыҡта ошо изге Рамаҙан айын иман менән үткәрергә яҙһын! Амин!


Хоҙайҡайым әмер биргән,

Тыңла әле һин, кешем:

«Күп уҡыһаң, күп белерһең,

Ташлап тор донъя эшен».

Мосолманға закон ҡаты,

Күңелеңдә булһын изгелек,

Ураҙа тотоп, доға ҡылһаҡ,

Килә һәр саҡ еңеллек.

Ҡөрьәндәге яҙылғанды

Һин әҙер бул үтәргә,

Ғибәҙәт ҡылһаң, күпер һалһаң,

Хоҙай риза бәндәгә.

Ризалыҡтар алыу өсөн

Бик тә кәрәк ихласлыҡ,

Йәнең, тәнең таҙа булып,

Ҡылма зинһар ахмаҡлыҡ.

Ололарҙың хәлен аңлап

Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ,

Динебеҙ ярҙамға килә,

Тик шуны онотмайыҡ.

Күршең менән татыулыҡҡа

Бер һауапҡа, мең һауап,

Әгәр бурысың булмаһа,

Еңел бирәһең икән яуап.

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА
Айсыуаҡ ауылы


Читайте нас: