«Юшатыр» гәзитендә никахҡа бәйле талаҡ әйтеү хаҡында мәҡәлә менән сығыш яһағайным («Талаҡ әйтергә ашыҡмағыҙ», «Юшатыр» гәзите, 2018 йыл, №35). Шунан һуң миңә никахтың башҡа мәсьәләләре буйынса һорау биреүселәр, мөрәжәғәт итеүселәр булды. Мин шуларҙың береһенә яуап бирергә тырышам.
Һуңғы йылдарҙа никахтарҙы мәсеттәрҙә уҡытыу тарала. Тик был изге йоланы хәрәмгә әйләндереү өсөн дә ҡулланғандар бар. Мәсеттә никах үткәрәләр ҙә аҙаҡ өйҙә хәрәм ризыҡтар, эсемлектәр менән дауам итәләр. Мин бында шуны әйтер инем. Никах ул, изге рамаҙан айында ураҙа тотоусыларҙы ифтарға саҡырған мәжлескә тиңләнә. Ифтар – Исламда иң изге төшөнсәләрҙең береһе. Бына бит! Шул изге мәжлесте шайтан һыуы менән боҙабыҙ түгелме? Ҡайһы берәүҙәр, араҡыны ла Аллаһ биргән, тип гөнаһ һүҙҙәр тарата. Кем дә кем Аллаһ тарафынан хәрәм ҡылынған шул шайтан һыуын, изгеләрҙән-изге зәмзәм һыуы менән сағыштыра. Ул шулай уҡ иманын юғалта. Тимәк, көфөргә әйләнә.
Икенсе миҫалыбыҙ, хәҙер , ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр ҙә, ололар ҙа көнбайыш мәҙәниәтен хуп күрә. Шуға бәйле ҡайһы бер кешеләр мәһәр тураһында тауыш ҡуптаралар. Улар мәһәрҙе, ирҙең буласаҡ кәләше менән ләззәтләнгәне өсөн түләү, тиҙәр. Шуға күрә нимә ул мәһәр? Нимә ул ҡалым? Ошо ике терминға асыҡлыҡ индереп китмәксемен. Шәриғәт ҡанундары буйынса мәһәрҙең әһәмиәте булып ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәтләү, мөхәббәт күрһәтеү һәм, әлбиттә, никах бүләге. Ул никах уҡылғас, бөтә шаһиттәр алдында бирелә һәм кәләштең шәхси милке булып иҫәпләнә. Ҡалымдың исламға бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ.
Һуңғы йылдарҙа студенттар никахы киң тарала башланы. Бындай никах дөрөҫмө? Ул иштәр (парҙар) никахты ҡыҙыҡ итеп кенә ҡарай. Йәки улар әйткәнсә, «йәшәп ҡарау» өсөн генә никах уҡыталар. Был турала ата-әсәләре белмәй ҙә. Улар балаларын ашата-эсерә, кейендерә, уҡыуҙары өсөн түләй, ә былар бында күптән ир менән ҡатын кеүек йәшәйҙәр. Бындай йәштәр үҙҙәре өҫтөндә бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тоймайҙар, икеһе лә ике яҡта йөрөйҙәр. Шуның өсөн никах уҡыусы дин әһеле, мотлаҡ ата-әсәләре, туғандары менән бергә никах уҡырға тейеш. Никах барған ваҡытта вәғәз уҡылырға тейеш. Шунан һуң никах хөтбәһе уҡылып өҫтәренә яуаплылыҡ һалынырға тейеш. Ярай, мулланы алдап никах уҡыттылар, ти, Ҡыҙ бала тәүҙә бер ир менән йәшәп ҡарай, икенсе менән... Бындай осраҡта ғаилә тарҡала. Сөнки өйләнгәнгә хәтлем йәштәр хыялый тормошта йәшәй. Ә никахтан һуң, бер ғаилә булып йәшәй башлағас, хыялый донъя күпкә тарая. Тик улар быға әҙер түгел. Яратышып йөрөгән йәштәрҙең күҙендә пәрҙә була. Ғилми телдә ул эйфория тип атала.
Тағы бер мәсьәлә: мөслимәләргә Исламда башҡа дин әһеленә сығырға рөхсәт ителәме? Яңыраҡ миңә ошондай ваҡиға һөйләгән инеләр. Күрше райондарҙың береһендә хәҙрәт никахҡа тип килгән ике иште (пар) кире бора. Әҙерләнеп килгән йәштәр мәсеттән илап сығып китә. Был осраҡта нимә әйтер инем. Йәштәр мәсеткә килеп мәғлүмәт алырға тейеш ине. Алдан яҙылғас, мәсет имамдары уларҙы иҫкәртергә бурыслы. Ислам динендә мосолман ҡатын-ҡыҙына башҡа диндәгеләргә сығыу ҡәтғи тыйыла. Ә мосолман ир башҡа диндәге ҡатын-ҡыҙға өйләнһә, ярай. Шарты бар: ул шәһәдәт әйтергә тейеш һәм уларға балаларын ислам шәриғәте менән тәрбиәләү фарыз. Ҡайһы бер ҡатнаш ғаиләләрҙә балаларын суҡындырырғамы әллә мәсеткә алып барырғамы тип ғауға сыға. Эш талаҡҡа барып етә. Ислам дине башҡа диндәрҙе инҡар итмәй, әммә йәһүд һәм насара диндәре изге Ҡөръәнде һәм пәйғәмбәребеҙҙе ҡабул итмәй. Был диндәге кешегә белә тороп кейәүгә сыҡҡан кеше үҙ диненә ҡаршы килеп, аҙаҡ ташларға мөмкин.