Все новости
Иман
5 Июня 2018, 12:36

Фитыр саҙаҡаһы тураһында

Фитыр саҙаҡаһы биреү - вәжиб. Аллаһ рәсүле СҒС һәр кешегә, ҡолмо ул, иреклеме, ир-егетме, ҡатын-ҡыҙмы, йәш сабыймы, оло кешеме, барыһына ла тәмерҙән (финик) бер сағ (2,4 кг) йәки арпанан бер сағ фитыр саҙаҡаһы бирергә ҡушҡан.

Фитыр саҙаҡаһы биреү - вәжиб. Аллаһ рәсүле СҒС һәр кешегә, ҡолмо ул, иреклеме, ир-егетме, ҡатын-ҡыҙмы, йәш сабыймы, оло кешеме, барыһына ла тәмерҙән (финик) бер сағ (2,4 кг) йәки арпанан бер сағ фитыр саҙаҡаһы бирергә ҡушҡан. Хәҙерге ваҡытта фитыр саҙаҡаһының күләмен мөфтиәт билдәләй. Быйыл да Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин үҙ фәтеүәһен ебәрҙе. Ул фәтеүә буйынса талиптарға, пенсионерҙарға, аҙ килемле кешеләргә 50 һум кимәлендә, уртаса килемле кешеләргә 150 һум, хәлле кешеләргә һәм байҙарға 300 һумдан алып кимәлендә билдәләнгән.

Фитыр саҙаҡаһын рамаҙан ғәйете көнөндә биреү сауаплыраҡ, тиелә. Сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе байрамға тиклем шатландырыу сауаплы. Рамаҙан айында биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Берәр сәбәп булып бирелмәй ҡалһа, һуңынан биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Уны ураҙа тотҡан кеше лә, тотмағаны ла бирергә тейеш. Фитыр саҙаҡаһын белдермәй биреү бик сауаплы. Фитыр саҙаҡаһы биреү ғибәҙәт булып иҫәпләнә.

Кемдәргә бирергә ярамай? Кафырҙарға бирелмәй. Ир кеше ҡатынына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәргә, ата-әсәгә, олатай-өләсәйҙәргә. Сөнки уларҙы ҡарау, тәрбиәләү кешенең төп бурысына керә. Шулай уҡ байҙарға, көсө булып та эшләмәй, фәҡирмен тигән кешегә, хәлле кешеләргә бирелмәй.

15 июндә район мосолмандарын Рамаҙан мәсетенә ураҙа ғәйетенә саҡырабыҙ.


Читайте нас: