Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисе мең айҙан да яҡшыраҡ. Тимәк, был төндә башҡарған эштәр, уҡылған доғалар, Ҡөрьән уҡыу, Аллаһты иҫкә төшөрөү меңләтә яҡшы. Ҡәҙер кисе - ул Рамаҙандың 21, 23, 25, 27, 29-сы төндәренең береһе.
Рамаҙан айының 21-се көнөнән башлап һуңғы төнгә тиклем Ҡәҙер төнө хаҡында уйлана башларға, төнө буйы Ҡөрьән уҡырға, теләктәр теләргә мөмкин.
Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләүе һәм көтөүе билдәле. Һуңғы ун төндә ул бөтә ғаилә ағзаларын йоҡоһонан уятып, торғоҙоп доға, Ҡөрьән уҡыған. Шулай уҡ ул күпселек ваҡытын мәсеттә үткәргән, йортона ла һирәк ҡайтҡан. Аллаһы Тәғәләнән бөтә мосолман өсөн бәхет, хаҡ юл һораған.
Билдәле булыуынса, Рамаҙан айында шайтандар тимер бығауҙар менән бәйләп ҡуйыла, тимәк, бәндәләр уның ҡотҡоһона бирелмәй, азат була.
Хаҡ мосолман Ҡәҙер кисенең бөйөклөгөн, ҡиммәтен аңларға тейеш. Ислам дине таралғанға тиклем кешеләр быны белеүҙән мәхрүм булған. Бындай ҙа мөһабәт төн мосолмандар өсөн генә бирелгән, ҡәҙерен белергә кәрәк.
Ҡәҙер төнө – хәлебеҙҙе яҡшыртыу, ер йөҙөндә йәшәйешебеҙҙе матур һәм лайыҡлы итеп үткәреүгә юл асыу өсөн ҙур мөмкинлек ул. Был төндә яҙмыштарыбыҙ яҙылыуын бөтә күңелебеҙ менән аңлайыҡ, бөтәһе лә бәндәнең үҙенең ҡулында! Хоҙайҙың кешеләрҙе ярлыҡауы билдәле, әлеге кистә был донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булырға теләүселәр өсөн бөтә юлдар ҙа асыла.
Был төндә йөрәгең менән дә, телең менән дә тәүбәгә килергә, Хоҙайҙан бәхет һорарға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалмам», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән.