Все новости
Иман
22 Июня 2018, 11:40

АСЫУ КИЛЕҮ — ШАЙТАН ҠОТҠОҺО

Ысынлап та, ҡысҡырышыу, бер-береңде йәберләү — шайтан ҡотҡоһо. Шул хаҡта һүҙ сыҡҡас, бер риүәйәт иҫкә төштө. Шайтан-ендәрҙе күреү һәләтенә эйә бер ғалим-әүлиә бер көндө шайтанға һорау бирә.

Ысынлап та, ҡысҡырышыу, бер-береңде йәберләү — шайтан ҡотҡоһо. Шул хаҡта һүҙ сыҡҡас, бер риүәйәт иҫкә төштө. Шайтан-ендәрҙе күреү һәләтенә эйә бер ғалим-әүлиә бер көндө шайтанға һорау бирә. Һин ниңә бәндәләрҙе юлдан яҙҙырырға тырышаһың, уларҙы талаштыраһың, һуғыштыраһың? Юҡ, мин түгел бит, тип аҡлана шайтан. Улар үҙҙәре шулайҙар. Иманһыҙҙарҙы саҡ ҡына ҡотортоу ҙа етә, мин бит башлап ҡына ебәрәм. Булмаҫ, ти, ышанмай ғалим-әүлиә, һин ҡотортмаһаң, араларына кереп гел ҡыҫылып ирештереп йөрөмәһәң, бөтәһе тыныс, татыу йәшәрҙәр ине. Шайтан, әйҙә, ышанмаһаң, үҙең ҡарап тор, минең ғәйебем аҙ, ти. Ул ғалимды үҙе менән алып китә. Былар әҙерәк барғас, шайтан бәйҙә торған бер кәзәнең ергә ҡағып ҡуйылған ҡаҙығын һелкетеп бушата. Нишләйһең, тип һорай ғалим. Шайтан, мин ҡаҙыҡты ғына бушаттым, ҡалғанын үҙең күрерһең, ти. Ҡаҙыҡ бушағанды белеп, кәзә ысҡынып китә лә, яҡындағы баҡсаларҙың береһенә кереп кәбеҫтәләрҙе ашай башлай. Баҡсаның хужаһы килеп сыға ла таяҡ менән кәзәнең һыртын һуғып һындыра. Быны күреп кәзәнең хужаһы йүгереп сыға ла теге ирҙе һуғып үлтерә. Тауышты ишетеп мәрхүмдең туғандары йүгереп киләләр ҙә үлтереүсене типкеләп, туҡмай башлайҙар. Типкеләнгән ирҙең туғандары ла уны яҡлап һуғышҡа ҡушыла. Һөҙөмтәлә бөтөн тирә-яҡ халҡы өйөрөлөшөп һуғыша. Быны күреп торған ғалимға шайтан, бына күрҙеңме инде: минең ғәйебем бик аҙ. Бәндәләр үҙҙәре шулайҙар, мин тик ҡаҙыҡты ғына бушаттым, ти.

Ҡайһы бер илдәр ҙә шул шайтан ҡотҡоһона бирелә бит. АҠШ, Англия, Франция илдәре бер сәбәпһеҙ Сирияны ракета утына тотто. Химик ҡорал Сирияла табылманы бит. Өҫтә яҙылғанса АҠШ теге кәзә хәленә ҡалмағайы. Был риүәйәт әкиәт һымаҡ яңғыраһа ла, унда дөрөҫлөк бар. Уйланырлыҡ та, ғибрәт тә алырлыҡ. Кеше ни тиклем иманһыҙ булһа, шул тиклем ҡурҡыныс. Хатта яманлығы менән шайтандан да арттырып ебәрергә мөмкин. Шуның өсөн теләһә ниндәй ҡотҡонан һаҡланырға кәрәк. Шайтан саҡ ҡына башлап ебәргән бит.


Читайте нас: