Все новости
Иман
28 Сентября 2018, 11:14

ҮРГЕ БАБАЛАРҘАН - ХАЖҒА

Беҙ, Үрге Бабалар ауылында йәшәүсе Әхтәм Кинйәғолов менән Римма Айытбаева яратып уҡыған гәзитебеҙ аша үҙебеҙҙең шатлығыбыҙ менән уртаҡлашырға теләйбеҙ.

Беҙ, Үрге Бабалар ауылында йәшәүсе Әхтәм Кинйәғолов менән Римма Айытбаева яратып уҡыған гәзитебеҙ аша үҙебеҙҙең шатлығыбыҙ менән уртаҡлашырға теләйбеҙ. Бөтәһе өсөн дә тик Аллаһҡа ғына рәхмәт әйтәбеҙ, уға шөкөр итәбеҙ.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, былтырғы уҡыу йылында беҙҙең ғаилә өсөн күк ҡабағы асылды, тиһәк тә, хата булмаҫ. Сөнки беҙ бөтә яҡлап та талантлы, алдынғы, ихлас, тырыш, үтә лә яуаплы, ныҡыш уҡытыусы Нурия Нурғәли ҡыҙы Хәлилова аша ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнә башланыҡ һәм әкиәттәге шикелле көндән-көн рухи яҡтан үҫә, өс көнлөк фани донъяла йәшәүҙең мәғәнәһен, ғилем алыуҙың ҙур бәхет икәнен аңлай барҙыҡ. Намаҙға баҫып, бергәләп ғибәҙәт ҡылыу, теләктәр теләү үҙенең шаҡ ҡатырғыс һөҙөмтәләрен бирҙе, иншаллаһ!
Иң тәүҙә бөтә төркөм менән бергәләп Өфөгә барып Вил Ҡазыханов исемендәге әхлаҡ мәктәбендә уҡыныҡ. Артабан уҡытыусыбыҙ 6 шәкертте БДПУ-ға уҡырға алып барҙы. Ә инде йәмле яҙ еткәс, Морапталдан, Күмертауҙан 11 шәкертте ул Ырымбур ҡалаһындағы Хөсәйениә мәҙрәсәһенең 1-се курсына уҡырға алып барҙы.
Шулай итеп, уҡый башлауға бер йыл да үтмәне, БДПУ-ла ике сессияла тырышып уҡып, диплом эштәре яҙып «Педагог Исламского образования» тигән диплом алып сыҡтыҡ, Аллаға шөкөр!
Бергәләп уҡыу мәлендә Нурия Хәлилова беҙгә хаж тураһында һөйләп, барырға дәртләндереп кенә ҡалманы, төрлөсә ярҙам ҡулын да һуҙҙы, иншаллаһ!
Беҙҙең доғаларыбыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ишетте, ярҙамын ебәрҙе. Беҙ, ниһайәт, икәүләшеп хажға барып ҡайттыҡ, Аллаға шөкөр! Хәҙер ҡыҫҡаса шул турала яҙып китәсәкмен.
Тәүҙә Өфөнән Дубайға самолетта 5 сәғәт дауамында остоҡ. Шунан автобусға 49 кеше ултырып Мәккәгә юлландыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең менән бергә Азат хәҙрәт тә барҙы. Етәксебеҙ ғәрәпсә яҡшы белгән, тәрән ғилемле Мораҡтан Рәсүл Янбаев менән абыстайы Әминә ханым беҙгә бөтә сәйәхәт буйынса оло терәк булдылар.
Ике сикте үтеп, Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларында булып, хаждың бөтә ғәмәлдәрен үтәп, бик күп тәьҫораттар алып, иҫән-һау тыуған яҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ, Аллаға шөкөр!
Төркөмдә 49 кеше берҙәм ғаилә булып ойошоп пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа с.а.ғ. йөрөгән юлдарҙа йөрөп, бик күп юлдарҙы күрҙек. Арафат үҙәнендә, Атабыҙ Әҙәм менән әсәбеҙ Һауа осрашҡан Рәхмәт тауында, шулай уҡ Нур тауында Хира мәмерйәһендә, пәйғәмбәребеҙ көнө-төнө, айҙар дауамында ғибәҙәт ҡылған, Ҡөръәндең иң тәүге сүрәһе «Ғәләк» төшөрөлә башлаған һәм башҡа бик күп урындарҙа булыу бәхетенә ирештек.
Шунан Мәккәнән Минаға юлландыҡ. 3-4 көн палаткаларҙа йәшәгәндән һуң Мөздәлифәлә асыҡ һауала йоҡлағандан һуң таштар йыйҙыҡ та Джамаратҡа таш бәрергә барҙыҡ.
Артабан Мәккәләге ҡунаҡханаға 5 километр араға йәйәүләп ҡайтҡас, иң беренсе Әл-Хәрәм мәсетенә юлландыҡ. Унда барып намаҙҙар уҡыныҡ. Бындағы бер намаҙҙың йөҙ мең намаҙҙы алыштыра икәнлеген белеп бигерәк һөйөндөк.
Тағы ла ҡыуандырғаны — беҙ Аллаһтан бөтә Башҡортостан, мосолмандар, туған-ырыу, күрше-тирә, бала сағаларға именлек, һаулыҡ теләп, динебеҙҙең алға китеүен, Тыуған илебеҙҙең сәскә атыуын, киләсәк быуындың иманлы булыуын, намаҙ уҡыуын, мәсеттәр төҙөүен, бәрәкәтле, хәйерле ғүмер кисереүен теләп, доғалар ҡылдыҡ.
Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, хәләл ризыҡтар менән туҡланып, динебеҙҙе, милләтәбеҙҙе, телебеҙҙе үҫтереүгә, йәш быуынға әҙәп, әхлаҡ тәрбиәһе биреүгә, еребеҙҙе һаҡлауға бөтә көсөбөҙҙө биреп, арымай-талмай, ҡаршылыҡтарға баш эймәй, тик бер Аллаһҡа хеҙмәт итергә насип итһен инде, иншаллаһ!
Теләктәребеҙ, Хаж ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын! Бөтәбеҙ ҙә һәр ваҡыт миһырбанлы, итәғәтле, киң күңелле булып, йән тыныслығында сабыр итеп йәшәйек!
Читайте нас: