Все новости
Иман
27 Ноября 2018, 10:54

МӘҮЛИТ КИСЕН МАТУР ҮТКӘРҘЕК

Бисмилләһир рәхмәнир рәхим. Иншаллаһ, быйыл да изге Мәүлит айҙарыбыҙҙы күрергә насип булды. Мәүлит айы башҡа айҙарҙан бер нимәһе менән айырылмаһа ла, Ислам донъяһында изге айҙарҙан иҫәпләнә.

Бисмилләһир рәхмәнир рәхим. Иншаллаһ, быйыл да изге Мәүлит айҙарыбыҙҙы күрергә насип булды. Мәүлит айы башҡа айҙарҙан бер нимәһе менән айырылмаһа ла, Ислам донъяһында изге айҙарҙан иҫәпләнә.


Мәүлит, Мөхәммәт бәйғәмбәр СҒС тыуған көн – Ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә рәсүллуллаһ СҒС йәшәгән заман, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы.

Мәүлит тыуыу ваҡыты йәки тыуған көн тигәнде аңлата. Мөхәммәт бәйғәмбәр СҒС Рабиғел әүүәл айының 11-нән 12-се айына тыуып, 23 йыл бәйғәмбәрлек иткәндән һуң ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була.

Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт СҒС тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.

Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсетендә лә йыл һайын үткәрелеп килә был хөрмәт. Быйыл да район мөслимә ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы (етәксеһе Лилиә Ниғмәтуллина), район ағинәйҙәр ойошмаһы (етәксеһе Тамара Малбаева) «Рамаҙан» мәсете мәхәлләһе менән берлектә мәүлит байрамы үткәрҙе. Байрамда Ермолаево ауылы һәм Күмертау ҡалаһы мосолмандары ҡатнашты. Ҡырҡлап кеше йыйылды. Алдан имамыбыҙ хажи Азат Хәлилов тарафынан вәғәз уҡылды, унан мәүлит тыңланыҡ. Аҙаҡтан оло быуын инәйҙәре Кәшифә Ҡужаҡова һәм Гөләйшә Мәжитова ханымдар Мөхәммәт СҒС-ны маҡтап мөнәжәттәр әйтте. Инәйҙәр бешереп килтергән тәмле ризыҡтар менән сәй эсеп таралыштыҡ.
Читайте нас: