Все новости
Иман
21 Декабря 2018, 10:48

АҺӘҢЛЕ МӨНӘЖӘТТӘР ТЫҢЛАНЫҠ

Көйөргәҙе районы «Рамаҙан» үҙәк мәсетендә район ағинәйҙәре һәм дә Көйөргәҙе районы мөслимә ҡатын-ҡыҙҙары ойошмалары менән берлектә мөнәжәт байрамы уҙғарылды. Дини сарала бөтәһе 33 мөслимә ҡатнашты.

Көйөргәҙе районы «Рамаҙан» үҙәк мәсетендә район ағинәйҙәре һәм дә Көйөргәҙе районы мөслимә ҡатын-ҡыҙҙары ойошмалары менән берлектә мөнәжәт байрамы уҙғарылды. Дини сарала бөтәһе 33 мөслимә ҡатнашты.


Байрам «Рамаҙан» мәсете имамы хажиның вәғәзен тыңлауҙан башланды. Айсыуаҡ ауылында йәшәүсе Гөләйшә Мәжитова апай «Бисмиллаһ» мөнәжәтен көйләп ишеттерҙе. Сара туған телдәр көнөнә бағышланғанлыҡтан Яҡут ауылынан килгән «Юшатыр» башҡорт фольклор ансамбле ағзаларының бөйөк шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың нәсихәттәрен күмәкләп әйтеүе менән асылды.

Иң өлкән мөнәжәт башҡарыусы Айсыуаҡ ауылында йәшәүсе туҡһан йәшлек Кәшифә Ҡужаҡова апай булды. Оло йәшенә ҡарамаҫтан, бик моңло, аһәңле итеп әйтте ул мөнәжәтен. Уға «Рамаҙан» мәсете имамының махсус бүләге тапшырылды.
Читайте нас: