Все новости
Иман
8 Января 2019, 11:01

ҘУР БАЙЛЫҠ

Минең өләсәйем күптән гүр эйәһе инде. Уны мин һәр саҡ яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алып, доғалар бағышлап, хәйер-саҙаҡалар биреп торам. Бер көн шулай уны төшөмдә күреп уяндым. Ул миңә йылмайып ҡарап, арҡамдан яратып, дөрөҫ юлдан атлап бараһың, балам, тине лә тиҙ генә юҡҡа сыҡты. Был төш мине бала саҡтарыма ҡабат алып ҡайтты, бик ныҡ уйланырға мәжбүр итте...

Минең өләсәйем күптән гүр эйәһе инде. Уны мин һәр саҡ яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алып, доғалар бағышлап, хәйер-саҙаҡалар биреп торам. Бер көн шулай уны төшөмдә күреп уяндым. Ул миңә йылмайып ҡарап, арҡамдан яратып, дөрөҫ юлдан атлап бараһың, балам, тине лә тиҙ генә юҡҡа сыҡты. Был төш мине бала саҡтарыма ҡабат алып ҡайтты, бик ныҡ уйланырға мәжбүр итте...


Беҙгә, Аллаға шөкөр, иманлы өләсәй тәрбиәһендә үҫергә насип булды. Ҡунаҡбай ауылында йәшәүсе Фәйрүзә өләсәйебеҙҙе олоғая башлағас, беҙҙең өйгә әсәйем ҡарамағына күсерҙеләр. Өләсәй килгәс тә, йорт эсе йәмләнде, бөтөнләй икенсе төҫ алды. Мәктәптән ҡайтыуға өйҙә яғымлы өләсәйҙең йылмайып ҡаршы алыуы ғына ла йәнгә рәхәт ине. Беҙгә күскәндә ул биш намаҙын да теүәл үтәгән, Ҡөрьән китабын еңел генә уҡый белгән, белемле, зиһенле абыстай ине. Яҡут ауылында уны барыһы ла хөрмәт итте, бер аят аштарынан ҡалдырманылар. Тормоштарында ниндәйҙер уңышһыҙлыҡтарға, күңелһеҙ хәлдәргә тарыһалар, йән тыныслығы эҙләпме, имсе өләсәйебеҙгә күҙ төбәп килеүселәр күп булды. Ул берәүҙе лә кире бороп сығарманы, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙҙы. Кешегә кеше йомош менән килгәндә, бите нурын биш түгеп килә бит ул, тип йәлләй ине. Үҙе шул тиклем тыйнаҡ булды: доғалар менән имләүем хаҡында кешеләргә бик таратмағыҙ инде - ҡотом китмәһен, ти, торғайны. Кешеләрҙең биргән хәйер–саҙаҡаларын да алмай, изгелегем Аллаһы Тәғәләм ризалығы өсөн булһын, тип ҡуйыр ине. Уның тыны килешеп, доғалары аша һауығып киткән, йә тормоштары яйға һалынған кешеләр ҡабаттан килеп, илай–илай рәхмәттәрен әйтеп, күстәнәстәр ҡалдырып китә торғайнылар. Ауырып–сырхап китһәк, ул беҙҙе лә, йәһәт кенә яныма килегеҙ әле, тип саҡырып алып, күҙҙәребеҙҙе йомдороп, бышылдап ҡына доғаларын уҡып, йылы тыны менән өрөп ебәрер ине. Өләсәйем беҙҙе гелән: ҡолонсаҡҡайҙарым, ғәзиздәрем, үҫкәндәрем, тип яратыр, ә асыуы килгәндә, рәхмәт яуғырҙар, бәхетле-тәүфиҡлы булғырҙар, иманлы-ғүмерле булғырҙар, тип, әрләй торғайны. Беҙҙе әрләп-киҫәткән саҡта асыу-ярһыуын һиҙҙермәне, һис бер тауыш күтәреп ҡурҡытманы, әммә тыңлата белде. Ошоларҙы иҫләһәң, уның шул тиклем дә һүҙ көсөн аңлап эш итеүен һәм балалар менән бик һаҡсыл була белеүен дә күрергә була.

Өләсәйем беҙгә көн дә үҙенең тормошта кисергәндәренән сығып, тәрбиә биреп ултырҙы, бик күп изге ғәмәлдәргә өйрәтте. Бер аҡылымды алмаһағыҙ, икенсеһен алырһығыҙ әле, тип йылмайыр ине. Ул үҙе бер ваҡытта ла ир-аттарға күтәрелеп ҡараманы, ҡул биреп күрешмәне, башлап һүҙ ҡушманы, бик әҙәпле, итәғәтле кеше булды. Атайым эшкә китеү менән, беҙгә ҡысҡырып Ҡөрьән китабын уҡып, төрлө һынамыштар, юрауҙар әйтеп, йә оҙон-оҙон мөнәжәттәрҙе көйләп ултырҙы. Уның өгөт-нәсихәттәре барыһы ла һаман да ҡолағымда сыңлап тора: кешенең бар насар йәки изге ғәмәлдәре лә үҙенә бер саҡ әйләнеп ҡайта, шуға күрә, гел изгелекле, ата–әсәгеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булығыҙ, көлгәндә үтә ҡысҡырып көлмәгеҙ , илағанда аҡырып иламағыҙ, сәстәрегеҙҙе йыйып, яулыҡ ябынып йөрөгөҙ, ҡояш байығас, һыу йәки сүп-сар түкмәгеҙ, аш–һыу өҫтөн ябып тотоғоҙ, әйткән һүҙ-вәғҙәләрегеҙҙә тороғоҙ, алдашмағыҙ, маҡтанмағыҙ, кеше әйберенә һорауһыҙ ҡағылмағыҙ, кеше ҡарғыш–рәнйешен алмағыҙ, бәхетенән көнләшмәгеҙ, етемдәрҙән, сирле–зәғифтәрҙән көлмәгеҙ, ярҙам ҡулы һуҙығыҙ, ғәйбәт һөйләүсене тыңламағыҙ, ҡушылып һөйләмәгеҙ, кеше һүҙен кешегә еткермәгеҙ, эштән ҡурҡмағыҙ, иртән иртүк тороғоҙ, Аллаһы Тәғәлә бәхет өләшкәндә өлөшһөҙ ҡалмағыҙ, ти торғайны. Көн һайын түр яҡтағы урындыҡты ҡорма менән ҡаплап, намаҙ уҡыр ине. Ул намаҙ уҡығанда беҙ ипләп кенә килеп, ҡыҙыҡһынып, шаршауҙы һиҙҙермәй генә асып күҙәтеп торабыҙ. Ял көндәрендә, эштән бушыраҡ ваҡыттарҙа өләсәй беҙҙе янына саҡырып ала ла үҙ ҡулдары менән күсереп яҙылған доғаларҙы ятларға бирә. Ошо доғаларҙы кем алдан ятлап ала, бәлки, киноға барырлыҡ хәйер-аҡса ла бирермен әле, тип дәртләндереп ҡуя. Беҙ доғаларҙы ярышып ятлап, кемуҙарҙан һөйләп күрһәтә торғайныҡ. Ә ул беҙҙе кинәнеп тыңлай, яттан һөйләй белеүебеҙ өсөн ҡыуаныпмы, йөҙҙәре балҡып китә, Сөбханалла, тип ҡабатлай-ҡабатлай, башыбыҙҙан һыйпап ала. Доғаларҙы һөйләп бөткәс, беҙ теҙелешеп ултырып, өләсәйҙең алдан вәғәҙә иткән призды — хәйер биреүен көтәбеҙ. Бала саҡтағы ошо ҡылығыбыҙ өсөн әле булһа ла үкендерә. Ул ваҡытта беҙ бер ни аңламай, аҡса алыр өсөн доғалар ятлаған булһаҡ та, өләсәйем, нисек кенә булмаһын, беҙҙең күңелдәргә иман орлоҡтарын сәсеп ултырған бит. Уның: донъяла ниндәй генә хәлдәр булмаҫ, ауырлыҡтар булғанда һынмағыҙ, бирешмәгеҙ, ә ошо доғаларҙы ҡабатлағыҙ, ышанығыҙ, ярҙам итәсәк, тигәне иҫтә уйылып ҡалған. Мин ысынлап та, үҫә төшкәс, юлға сыҡҡанда, имтихандар тапшырғанда, ҡаршылыҡтар осрағанда, һәр ваҡыт ана шул бәләкәйҙән ятлаған доғаларымды иҫемә төшөрөп ҡабатлап йөрөнөм. Ниндәйҙер бер көс, ышаныс бирә ине улар миңә.

Әсәйем дә дингә ҡайтып, Ҡөрьәнде өйрәнеп, доғалар менән йыуанып йәшәне. Ул да минең балаларыма доғалар өйрәтеп, изге өгөт–нәсихәттәрен биреп, иманға өндәп ултырҙы. Әсәйемде юғалтыу ҡайғыһын мин бик ныҡ ауыр кисерҙем. Шул осорҙа уның рухына көн һайын төрлө доғалар бағышлауым менән ҡайғымды баҫып, үҙемдең йәнемде тынысландырҙым. Ислам дине менән ныҡлап ҡыҙыҡһына һәм уны өйрәнә башланым. Ошо көнгәсә Ислам динендә үҙемдең шул тиклем дә наҙан булыуымды белеп ғәрләндем. Баҡһаң, өләсәйем мәрхүмә беҙгә бала саҡта намаҙҙа уҡылырға тейеш булған барлыҡ доғаларҙы ятлатып, намаҙ тәртибен өйрәткән булған икән. Кескәй генә балаларҙың күңеленә юл табып, ниндәй ҙур сауап алған булған ул! Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр, бөгөнгө көндә, Мораптал ауылы мәсетендә дини тәрбиә биреү менән бергә ғәрәп алфавитын өйрәтеү ҙә ойошторолған. Мин унда ҙур теләк менән йөрөйөм. Шуғамы икән, өләсәйемдең төшөмдә миңә дөрөҫ юлдан атлап бараһың, балам, тип әйтеүе, уның рухының минең өсөн шат һәм риза булыуын белдерәлер, тип уйлайым. Өләсәйемә лә, әсәйемә лә бик ныҡ рәхмәтлемен. Урындары ожмах түрендә булһын!

Был фани донъяла бар нәмә лә ваҡытлыса, беҙ, кешеләр, барыбыҙ ҙа ҡунаҡ ҡына. Кеше тормошонда тәрбиә һәм иман быуындарҙан-быуындарға тапшырылыр иң бөйөк һәм мөһим ҡиммәттәрҙең береһе. Иманлы быуындың рухы ла ныҡ. Балаларыбыҙға беҙҙән һуң тороп ҡалыр мал-мөлкәт ул — матди байлыҡ ҡына. Күңелеңдә иман булмаған кешегә матди байлыҡ булыу ғына тормош асылын аңларға ярҙам итмәй ул. Бары тик иманлы булғанда ғына кеше тулыһынса бәхетле була ала. Бөгөнгө көндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалары менән һәр осрашҡан һайын, ейән–ейәнсәрҙәре алдында шешә асып, ул-ҡыҙҙары менән сәкәштереп, хәмер эсеп ултырыусы, ҡолаҡҡа ятмаҫ мәғәнәһеҙ хәбәрҙәр һөйләгән һәм имандың ни икәнен дә аңламаған олатай-өләсәйҙәр ҙә юҡ түгел. Хатта шулар араһында ауыл мәсете ишегенең ҡайһы яҡҡа асылыуын да белмәгәндәр булыуы йәл...
Читайте нас: