Все новости
Иман
18 Января 2019, 13:31

РЕМОНТЛАНАСАҠ

Беҙҙең илдә дин дәүләттән айырылған. Шуға ҡарамаҫтан, улар бер-береһенән башҡа йәшәй алмай - ниндәй генә ҙурыраҡ дини байрам булмаһын, ил башлыҡтары сиркәүҙә шәм тотоп тора.

Беҙҙең илдә дин дәүләттән айырылған. Шуға ҡарамаҫтан, улар бер-береһенән башҡа йәшәй алмай - ниндәй генә ҙурыраҡ дини байрам булмаһын, ил башлыҡтары сиркәүҙә шәм тотоп тора.


Күмертау ҙа Мәскәүҙән ҡалышмай, ҡала башлығы сиркәүҙә йыш була. Бер саҡ хатта вертолеттан поп менән бергә ҡала өҫтөнә изге һыу ҙа һиптерҙе, Күмертауҙың хәлдәре яҡшырып китмәҫме, тигәндер, таянырлыҡ башҡа нәмә ҡалмағанда, бәндә сихри көскә таяна.

Власҡа килгән тәү йылдарында Борис Беляев, Күмертауға яңы мәсет төҙөргә кәрәк, тип тә дәртләнгәйне. Әллә ниңә уныһы килеп сыҡманы. Яңыраҡ башлығыбыҙ Маяҡ ауылындағы мәсеткә һуғылған. Бында ремонт кәрәк икән. Был хаҡта мәсеттең имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев ошо йәһәттән ярҙам һорап ҡала властарына мөрәжәғәт иткән. Хакимиәт башлығы Маяҡ ауылындағы мәсеткә барып, бинаның хәл-торошо, проблемалары менән яҡындан танышҡан. Һөйләшеүҙән һуң уның фасадын, иҙәнен, йылытыу систмаһын ремонтларға, электр сымдарын алмаштырырға, башҡа мәсьәләләрен дә хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тигән ҡарарға килгән ҡала башлығы.

- Беҙҙең Маяҡ ауылында мәсет 1996 йылда төҙөлөп, эшләй башлағайны. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс, иман йортобоҙ бинаһы ремонт талап итә, финанс яғынан үҙебеҙҙең генә хәлдән килерлек түгел. Хәйер аҡсалары, башлыса, коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә китә. Әлеге ваҡытта мәсеткә 15-ләп кеше әүҙем йөрөй, күбеһе оло быуын кешеләре. Әле бына яңы эшләй башлаған май заводынан бер нисә йәш егет йома намаҙҙарын ҡалдырмай йөрөй башланы. Был бик тә ҡыуандыра. Маяҡ ауылында йәшәгән ҡалған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ҙә улар өлгөһөнә эйәрер, тип өмөтләнәбеҙ. Хакимиәт башлығы Борис Владимирович материалдар менән ярҙам итергә булды, ә ремонт эштәрен «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бер бригадаһы башҡарасаҡ. Үтенесебеҙҙе тыңлап, ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн уларҙың барыһына ла Маяҡ ауылы мосолмандары исеменән оло рәхмәттәремде еткерәм, - ти Миҙхәт хәҙрәт.
Читайте нас: