Все новости
Иман
5 Апреля 2019, 13:18

Ышаныс һалды

Яңыраҡ Күмертау ҡалаһының һаулыҡтары сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендәге дауаланыусы балалар һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Салауат Баймөхәмәтов хәҙрәт менән осрашты.

Дин әһеле, фәһемле вәғәзе менән бер рәттән, үҙенең тормош юлын, нисек дингә килеүен, мосолман кешегә намаҙҙың әхлаҡи яҡтан да, физик яҡтан да файҙалы икәнен мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Ата-әсәләрҙән берәү:

- Ғаиләләрҙә ғәрип балалар тыуыуы бәндәгә уның гонаһтары өсөн бирелгән язамы? - тип һораны.

- Ғәрип балаларҙың тыуыуы ғаилә өсөн һынау ул. Шул һынауҙы, ауырлыҡты еңеп сыҡҡандар бәхеткә өлгәшә, - тип имам-мөхтәсиб ата-әсәләр йөрәгенә йылылыҡ, ышаныс һалды.
Читайте нас: