Все новости
Иман
9 Апреля 2019, 12:48

Рухтары тынысланыр, ҡыуаныр

Үткән йомала Яҡут ауылы мәсетендә ҡорбан ашы уҙғарылды.

Үткән йомала Яҡут ауылы мәсетендә ҡорбан ашы уҙғарылды. Быны ауылдашыбыҙ Флүзә Фрил ҡыҙы атай йортоноң нигеҙенә бағышланы. Уның өләсәһе, йәғни Фрил ағайҙың әсәһе, Ғәйникамал инәй балаларына ваҡытында, Әүлиә тауының тупрағын алмағыҙ, тигән булған. Ә Фрил ағай, быға әллә ни әһәмиәт бирмәйенсә, шул тауҙан тупраҡ ташып өй нигеҙенә һалған. Хәсәновтар шул арҡала үҙҙәренең нәҫеленең бөтөп барыуын аңлап, дин әһеле Нурия Хәлилованың тәҡдиме менән ҡорбан салырға ҡарар итте. Был изге йола әүлиәләргә, Флүзәнең ата-әсәһе, олатай-өләсәһе рухына бағышлап башҡарылды.

Ҡорбан ашына халыҡ мәсеткә күп йыйылды. Был сараға Яҡуп, Яманғол ауылдары имамдары, Яңы Морапталдан мәзин Миҙхәт Таңатаров саҡырылды. Улар яҡуттарға фәһемле вәғәздәр һөйләне, ҡөръәндән аяттар уҡып ишеттерҙе.
Читайте нас: