Все новости
Иман
7 Мая 2019, 15:05

Хуш киләһең, Рамаҙан!

Редакциянан: Йәннәт ҡапҡалары асылған, исеме Ҡөръәндә телгә алынған Рамаҙан айы килеп етте. Ошо уңайҙан беҙ бер нисә һүҙ әйтеүен һорап Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының имам-мөхтәсибе Салауат Баймөхәмәтовҡа мөрәжәғәт иттек.

Редакциянан:

Йәннәт ҡапҡалары асылған, исеме Ҡөръәндә телгә алынған Рамаҙан айы килеп етте. Ошо уңайҙан беҙ бер нисә һүҙ әйтеүен һорап Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының имам-мөхтәсибе Салауат Баймөхәмәтовҡа мөрәжәғәт иттек.

Был изге ай башланыу менән ысын күңелдән ҡалабыҙҙың һәм районыбыҙҙың барлыҡ мосолмандарын ҡотлайым!

Рамаҙан «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары янып юҡҡа сыға. Зәғифтәрҙе ҡеүәтләндергән, зиһенде асҡан, күңелдәрҙе паклаған, йәннәттәргә индергән Рамаҙан айыбыҙ мөбәрәк булһын! Шуныһын да онотмайыҡ, был айҙы: «Асығып, һыуһап йөрөйәсәкбеҙ», - тип ҡайғырып, борсолоп түгел, «Аллаһтың ризалығына ирешә торған, бәрәкәт яуа торған бәхетле ай килде!» - тип шатланып ҡаршы алайыҡ. Барлыҡ мәсеттәрҙә ошо изге айҙа ураҙа, тәүге тәрәүих намаҙҙары уҡыла. Ураҙаның маҡсаты - иманды нығытыу, рухи яҡтан үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Һау-сәләмәт булған мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур. Бер ай буйы изге эштәр ҡылырға, хәйер-саҙаҡаны таратырға, Ҡөръән уҡырға, Аллаһы Тәғәләне йышыраҡ телгә алырға, ҡунаҡ саҡырырға, иманлы кешеләр менән осрашырға, намаҙ уҡырға кәрәк. Изге ай барышында һәр мосолман фәҡирҙәр менән мохтажлыҡ кисергәндәргә фытыр саҙаҡаһы таратырға тейеш. Һаулығы насар булып, ураҙа тота алмағандар фидиә бирә ала. Рамаҙан айы Ураҙа байрамы менән тамамлана. Ул быйыл 4 июнгә тура килә. Байрамды бергәләп ҡаршылап, матур, тыныс һәм имен шарттарҙа үткәрергә насип итһен!
Читайте нас: