Кемдер «Левиафан» киноһын һүгә, кемдер маҡтай. Дин менән властың бергә халыҡты иҙеүе хаҡындараҡ ул фильм - кем ҡараған, белә.
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Салауат Баймөхәмәтов был аҙнала Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең яңы хакимиәт башлығы Олег Фролов янына сәфәр ҡылды. Беҙҙә светский дәүләт тиһәләр ҙә, динһеҙ йәшәү юҡ, ошо ике көс бергә ҡушылһа (власть һәм дин), эшләүе лә күңеллерәк, бәрәкәтлерәк була. Үрҙә телгә алынған фильмдағы хәлдәр бары тик экранда ҡалырына, дәүләттең гел иманлы булырына ныҡ ышанабыҙ.
- Беҙҙең яңы хакимиәт башлығы менән әңгәмәбеҙҙең башы Күмертау авиация заводы, уның артабанғы яҙмышы тураһында булды. Сөнки Олег Юрьевич та, мин дә - ошо заводта эшләгән кешеләрбеҙ. Мин 31 йыл ғүмеремде илебеҙ авиацияһын үҫтереүгә арнаным, - ти Салауат ағай. - Артабан һүҙ дин тураһында барҙы. Мин Күмертау ҡалаһында яңы мәсет төҙөү зарурлығы хаҡында әйттем. Әгәр ошо изге эште бергәләп башҡарһаҡ, Күмертау мосолмандары һеҙгә бик ҙур рәхмәтле булыр ине, тинем. Олег Юрьевич был мәсьәләне өйрәнәсәге хаҡында белдерҙе. Бер нисә көндән Ураҙа байрамы етә. Ошо изге көндәрҙе тыныс, имен үткәреү, һәр төрлө террористик акттарҙы булдырмау хаҡында ла һөйләшеү барҙы был осрашыуҙа.