Все новости
Иман
3 Сентября 2019, 11:43

Хыялы тормошҡа аша

Яманғолда элекке Райпо магазинының исеме генә магазин булып ҡалды. «Бинаһы шәп, бирәбеҙ тигәс, ала һалдыҡ, ниңә әрәм булып тора», - тип килешкәндәр ҙә магазинды Райпонан һатҡан да алғандар - яманғолдар булғандың ҡәҙерен белә торған кешеләр, әрәм-шәрәм итергә яратмайҙар. 250 меңгә төшкән ул. Һатып алғандар, тигәс, Руслан Дәүләтшин исемле егет һатып алған. Әсәһе Гөлгөнә апай әйтмешләй, улы электән үк мәсет төҙөргә хыялланған, ауылда эскелек кәмер, халыҡ әҙәпкә нығыраҡ ултырыр, тип ниәт иткән ул. «Аҡса яғынан ҡыйыныраҡ бит инде, Руслан Себерҙәге дуҫтарына: «Ауылға мәсет кәрәк, мәсет асам, ярҙам итегеҙ», - тип мөрәжәғәт итте. Улар ихлас берҙәм ярҙам күһәтте. Ә ауыл кешеләре инде йыйыштырып, ағартып, эшкиндереп алдылар. Элек Ҡорбан байрамы мәктәптә үткәрелә ине, был юлы, 3 көн эсендә йыйыштырып, йыуып, үҙебеҙҙең мәсеттә үткәрҙек, Аллаға шөкөр» - тип ҡыуана Гөлгөнә апай.

Беҙ унда кереп ҡарап, хәйерен һалып сыҡтыҡ. Мөйөштә мейес ултыра, элекке, балсығын ялап, кейем менән һырылып ағарып үҫкән совет мейесе. Рәжәп Бәлхиев менән Гөлгөнә Дәүләтшина: «Йылылыҡ кәрәк бында» тинеләр. Иҙәне һыуыҡ, ҡуйған йылылыҡ пушкаһы ғына эшкиндерә алмай. Тәҙрәләрен дә яңыртыу мотлаҡ. Манара ла кәрәк.

- Әлеге ваҡытта улым Октябрь районында, эштән бушай алмай, бөтә эште яйлап Рәжәп эшләй, иптәшем Ырымбур яғында вахтала, ҡайтҡанында ул да ярҙам итә. Бесән ваҡыты үтте, кешегә йылы, уңайлы булһын өсөн, ҡышҡа тиклем, йылытҡыс торба ҡуйырға итәләр. Иң мөһим эш - шул, аҙаҡ ҡалған ваҡ-төйәктәрен яйлап эшләрҙәр инде.

Италиянан бер апай, ишетеп ҡалып, счет асығыҙ, мин дә аҡса менән ярҙам иткем килә, - ти. Ырымбурҙан да таныштар счет ебәрегеҙ тип торалар. Күмәкләп эшләһәк, тиҙерәк тә булыр, - ти Гөлгөнә апай.

- Пенсия алғанда, ай һайын мәсеткә аҡса бирәбеҙ, - тинеләр инәйҙәр. Киске намаҙға балалар ҙа йөрөй башлаған. Яңыраҡ мәсеттәренән намаҙ ваҡытын төшөрөп видеояҙма ла ебәргәндәр. Торараҡ ауылда аҙан тауыштары ла ишетелер, манара ла барлыҡҡа килер, Яманғол тағы ла иманлыраҡ булыр, һаулыҡ ҡына булһын.
Читайте нас: