Все новости
Иман
1 Октября 2019, 12:54

Мәсеттә ремонт гөрләй

«Юшатыр» гәзитенең 3 сентябрҙәге һанында «Хыялы тормошҡа аша» тигән мәҡәләлә Яманғол ауылында йәшәүсе Руслан Дәүләтшиндың 250 мең һумға буш торған элекке Райпо магазинын һатып алып, уны ауыл халҡы менән күмәкләшеп мәсет итеп эшләп ҡуйыуҙары хаҡында яҙғайныҡ.

Ауыл халҡы берҙәм булһа, эштәр алға шәп бара, тегеһе юҡ, быныһы юҡ, тип мыжып, ситтән кемдеңдер килеп ярҙам иткәнен көтөп ултырһаң, булмай икәнен яманғолдар яҡшы белә. Бинаны алыу ярты эш, уны рәсмиләштереү, эсен-тышын тәртипкә килтереү өсөн дәрт тә, дарман да кәрәк. Яманғол халҡында быларҙың барыһы ла бар. Теге саҡ, беҙ барғанда, йылылыҡ кәрәк, иҙәнен ремонтларға кәрәк тиҙәр ине. Бына күп тә үтмәне, ауыл халҡы гөрләтеп ремонт яһай ҙа башлаған. «Мәсетебеҙҙә ремонт гөрләй. Йәш егеттәр ҙә, хатта, оло йәштәгеләр ҙә уларҙан ҡалышмай тырышып эшләп йөрөй. Былай булғас, тиҙҙән мәсетебеҙ йылынып китәсәк һәм ҡыш көнө лә унда рәхәтләнеп йөрөй аласаҡбыҙ. Ҡыуанысымды һәм рәхмәт һүҙҙәремде «Юшатыр» гәзите аша ла белдергем килде», - тип яҙа беҙгә Яманғол ауылынан Гөлсинә Бәширова.

Розалия ҒӘЛИЕВА

Гөлсинә БӘШИРОВА фотоһы
Читайте нас: