Все новости
Иман
10 Октября 2019, 13:21

БЕЛЕМ АЛЫРҒА КӨТӘБЕҘ

Күптән түгел районыбыҙҙың “Рамаҙан” мәсетендә уҡыуҙар үтте. Дин буйынса аң-белемде арттырыу дәрестәрен Башҡортостан мөслимә ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Розалия Халиҡова алып барҙы.
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бергә эш алып барған, төрлө уҡытыу программалары төҙөгән Розалия ханым районыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарына дәрестәр бирҙе. Аҙнаһына биш көнлөк уҡыуға күскәс, шәмбе көндәрендә, ислам дине буйынса мәктәптәрҙә дәрестәр уҡытыу теләге менән янып йөрөй ул. Бындай уҡытыуҙар республикабыҙҙың ҡайһы бер райондарында башланған да инде.
Ноябрь аҙағында Розалия Халиҡова тағы ла килеп дәрестәр үткәрәсәк, әле шуға Ермолаево ауылында йәшәүсе Нәйлә Айсыуаҡова ислам дине буйынса белем алып, ҡулдарына диплом алырға теләүсе әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыя, - тине “Рамаҙан” мәсете имам-хатибы Азат Хәлилов.

Айгөл ХАЛИҠОВА

Читайте нас: