Все новости
Иман
15 Ноября 2019, 11:44

ИЗГЕ АЙҘА

Рабиғел әүүәл айының 12-се көнө – Ислам донъяһында ҙур тантана көнө. Бөтә донъя мосолмандарының ҙур байрамы. Был көндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғаләйһи вә сәлләм донъяға килгән.

«Мәүлит» - ғәрәп һүҙе – тыуыу тигән мәғәнәлә – тимәк һөйөклө пәйғәмбәребеҙҙең тыуыу көнө. Үҙебеҙсә әйтһәк рабиғел әүүәл айы иң һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм донъяға килгән айы.

Аллаһы Тәғәләгә уға пәйғәмбәрлек бирҙе, уға Ҡөрьән индерҙе. Ер йөҙөндә ислам динен йәйелдерергә һәм бәндәләрҙе шул дингә өндәргә бойорҙо.

Ирбил батшаһы Мәлик Мозаффар әбу Сәғит бине Ғәли Рәсүлуллаһҡа мөхәббәтенән, бик йомартлығынан, ҙур аш мәжлесе әҙерләп, күп халыҡты йыйып, ҡунаҡ итеүҙе һәм күп хәйер ихсан саҙаҡалар биреүҙе ғәҙәткә кереткән.

Үҙе иҫән сағында һәр йылда меңәрләп ғалим ғөләмәләрҙе, фәҡирҙәрҙе йыйып, ҙур аш мәжлесе үткәрә торған булған. Шул мәжлестәрҙә Рәсүлуллаһты хөрмәт илә иҫкә алып «Мәүлит Шәриф» ҡасидәһе уҡып, салауаттар әйтә торған булған. Был күркәм ғәҙәт тора-бара бөтә илдәргә таралған. Мосолмандар Рабиғел әүүәл айын һағынып, көтөп ала торған булған.

Ошо кисәне хөрмәт итеп ҡалабыҙҙың «Көнсығыш» мәсетендә мәүлит кисәһе үткәрелде. Илһам Рафиҡ хәҙрәт Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып, Сабир хәҙрәт Рәсүлуллаһтың тормош юлын һөйләп, ҡасидәһен уҡып, кисәләге ҡунаҡтар менән бергәләп пәйғәмбәребеҙгә салауаттар әйтелде. Йәмәғәт менән өйлә намаҙы уҡылды. Кисә байрам аштары: былау һәм күп төрлө тәмлекәстәр менән сәй эсеү, саҙаҡалар таратыу менән тамамланды.

Факиһа ХӘБИБУЛЛИНА

Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: