Все новости
Иман
15 Ноября 2019, 11:40

Мәүлит байрамы мөбәрәк үтте

Мәүлит, Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған көн – ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә Рәсуллулла йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы.
Иҫке Мораптал ауылының «Зәкиә» мәсетендә лә Мәүлит байрамын матур итеп билдәләнек. Бында ауылыбыҙ халҡы, барлыҡ ағинәйҙәр яҡшы итеп әҙерләнеп килеп, йәмле табын ҡороп ебәрҙе. Ауылыбыҙ абыстайы, ағинәйе Мәүлиҙә Юлбаева барыбыҙҙы ла ҡорбан ите менән һыйланы, ә Лира Туҡаева тәмле былау бешереп алып килеп, туғандарына Ҡөрьән уҡытты. Байрамға килгән Зөлфирә апай, Гөлниза һәм Миңһылыу инәйҙәр ошо изге байрам менән ауылдаштарын һәм барлыҡ Көйөргәҙе халҡын ҡотлап: «Салауаттар, мөнәжәттәр әйтеп, вәғәздәр тыңлап, Мәүлит байрамын бик йәмле итеп үткәреп ебәрҙек. Балаларға балалыҡ, йәштәргә йәшлек, ҡартттарға ҡартлыҡ бәхете теләйбеҙ. Ошондай мөбәрәк байрамдарҙы йыл да үткәреп торорға яҙһын. Артабан да шулай динде, Аллабыҙҙы ҙурлап, хөрмәт итеп йәшәргә насип итһен», - тигән иң изге теләктәрен «Юшатыр» гәзите аша еткерә. Уларға, күстәнәстәр тейәп килгән барлыҡ ауылдаштарыма, шулай уҡ Нәсиә, Зөһрә, Мәрхәбә, Зөлфирә, Гүзәл апайҙарға оло рәхмәт белдерәм.
Гөлназ ХӘМИТОВА
Иҫке Мораптал ауылы
Читайте нас: