Все новости
Иман
22 Ноября 2019, 11:28

Күпме кеше ғүмерҙәре һүнә, хәмер һаҙлығына йотолоп.

Алдан яҙғаныбыҙса, 20 ноябрҙә районда «Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы формалаштырыу» темаһына арналған төбәк-ара форум үтте.

Форумға бик күп ҡунаҡтар саҡырылғайны, әммә уларҙың барыһы ла килә алманы. Форум сиктәрендә был көндө бик күп саралар уҙҙы.

Алкоголһеҙ байрамдар яҡлы

Пленар өлөштө район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина алып барҙы.

Сәләмләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов сығыш яһаны.

- Эскелекте юҡ итер өсөн халыҡтың менталитетын үҙгәртергә кәрәк. Ә менталитет үҙгәрһен өсөн быуын үҙгәрергә тейеш. Беҙгә шул ште яйға һалыу бурысы тора. Быйылғы һабантуйҙы ла иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткәрергә булғас, күптәр: «Нисек инде һабантуй эскеһеҙ була?» - тип аптыраны. Ауылдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыусылар тураһында мәғлүмәт бирмәйҙәр, үҙҙәренең таныштарын, туғандарын һатмайҙар. Башҡа барлыҡ байрамдарҙы ла шулай үткәреп була бит. Яңы йыл етә. Унда ла эсергә теләгән кеше, барыбер, эсәсәк, әлбиттә. Шулай ҙа ундайҙарҙың һәм эскелектән зыян күреүселәрҙең һаны күпкә кәмер, тигән өмөттәмен. Бөгөнгө йәштәр аҡыллы, улар спиртлы эсемләектәр менән мауҡымай, тормошта дөрөҫ юл һайлайҙар, - тине ул сығышында.

Юлай Талха улы «Айыҡ йәй» проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулаған балаларға һәм ололарға Диплом һәм бүләктәр тапшырҙы. Был сарала районда уҙғарылған «Айыҡ ауыл» акцияһының да еңеүселәре билдәле булды. Уларҙа Грамоталар һәм бүләктәр менән билдәләнде. Шулай уҡ был көндө етем ҡалған бер балаға фатир асҡысы тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин уның һүҙҙәрен дауам итеп:

- Эскелек тураһында күпме генә һөйләһәк тә, ышаныусылар булмаясаҡ. Беҙ үҙебеҙ өлгө күрһәтергә, үҙебеҙҙе үҙгәртергә бурыслыбыҙ. Яңы йыл байрамын бар халыҡ шампан шарабы менән ҡаршы ала. Был да бит эскелектең бер билдәһе. Күп кенә ғаиләләр йорттарында Ҡөрьән уҡытып, Ҡөрьән аштары ашап алғас, имамды оҙатҡас, спиртлы эсемлектәр сығарып һыйлана башлай. Алкоголдән үлгән кешене лә алкоголь эсеп хәтергә алабыҙ. Үлем менән һатыу итеүселәр тураһында ла әйтергә ҡурҡабыҙ, йәлләйбеҙ уларҙы. Юлай Талха улы ла был турала әйтә. Беҙ барыбыҙ ҙа эскелеккә көрәш һағында торорға тейешбеҙ. Күрәһең икән, әйтергә кәрәк. Кеше үлтереүселәр тураһында нисек әйтмәҫкә мөмкин һуң? Күпме ғаиәләләр эскелек ҡорбаны булып тора. Ғаиләләр тарҡала, янып үләләр, балалар ете ҡала. Спиртлы эсемлектең самаһы юҡ ул. Дарыуҙар эшләү өсөн генә файҙалы ул. Шулай булғас, әйҙәгеҙ бергәләп көрәшәйек был яуызлыҡ менән, - тигән ялҡынлы телмәр тотто.

Айнур Азамат улының ярҙамсыһы Фидан хәҙрәт Ғәзизов та үҙенең сығышында эскелектең яуыз дошман булыуы хаҡында бик күп миҫалдар килтерҙе. Пленар ултырышта сығыш яһаусыларҙың барыһы ла байрамдарҙы алкоголһеҙ үткәрергә өндәне.

Айыҡ быуын — көслө ил

Ошондай исем аҫтында үткәрелгән секция Ермолаевоның 1-се мәктәбенең тамашасылар залына йәштәрҙе — студенттарҙы һәм юғары класс уҡыусыларын йыйҙы. Был секцияны райондың йәштәр советы кураторы Айнур Ҡәҙимов диалог формаһында алып барҙы. Иң тәүге һүҙ алған Күмертау ҡалаһының йәштәр һәм үҫмерҙәр үҙәге методисы Марина Сафонова үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

- Зыяратҡа барһаң, һәр ҡәбер янында тиерлек йәш кешеләрҙең фотолары тора. Быныһы эсеп үлгән, икенсеһе наркотиктың дозаһын арттырған, өсөнсөһө эсеп һуғышып үлгән. Был йәштәрҙең барыһы ла һуғышһыҙ заманда мәрхүм булған, - тине ул әсенеп.

Залдан уға:

- Ҡала йәштәре менән эшләүе рәхәтме, әлл ауыл йәштәре менәнме?

- Ауыл йәштәре менән эшләүе күпкә еңел, тип уйлайым. Сөнки ауыл бәләкәй, ундағы һәр кешенең тын алғанына тиклем белеп тораһың, кемдең нисек йәшәгәне лә ус төбөндәгеләй күренеп тора. Ә ҡала йәштәренең барыһын да белеп тә бөтөп булмай. Уларҙың ҡайҙа, нимә менән шөғөләнгәндәрен күҙәтергә лә мөмкинлек юҡ. Ҡалала йәштәр 300-ҙән ашыу түңәрәк эшләп килә, ә улар тураһында күп йәштәр белмәй ҙә, хатта.

- Һеҙ йәш саҡта ла эскелек көслө булдымы ул?

- Эскелек мин бала саҡта ла, уға тиклем дә булған. Ул проблема булған һәм әле лә бар. Шуға күрә беҙгә ныҡ аҡыллы булырға һәм ошо дошманды еңергә көс табырға кәрәк буласаҡ. Кәрәк ваҡытта «юҡ» тип әйтә белергә кәрәк. «Нишләп эсмәйһең, тартмайһың? Әсәйеңдән ҡурҡаһыңмы?» тип ҡотортоусылар ғүмер буйына осрап торор һеҙгә. Шул ваҡытта дөрөҫ яуап бирә белеү зарур. Бик тә булмаһа: «Минең аллергия», - тиегеҙ ҙә ҡуйығыҙ. Шундай фәһемле форум ойошторғанһығыҙ бөгөн. Сарала ҡатнашыусылар ҙа күп. Һеҙгә афарин тиергә генә ҡала.

- Эскеселек мәжбүр итеүҙән килеп сығамы, әллә үҙеңдең теләгеңдән торамы?

- Эсергә ҡыҫтаусылар, мәжбүр итеүселәр табылып тора ул. Бөтәһен дә ҡыҫтайҙар, бына миңә лә, Ильвинаға ла эсергә тәҡдим итеүселәр бар. Дошмандар барыһын да эшләй. Әммә һин улар ыңғайына эсәһеңме, юҡмы, барыһы ла тик үҙеңдән генә тора, - тип яуапланы Марина Николаевна һорауҙарға.

Психиатр-нарколог Айҙар Рәхмәтуллин да сығышында эскелектең йәштәр араһында бөтөнләй урыны булмауы хаҡында һүҙ тотто.

- БР Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса быйыл Яңы йыл байрамдарында алкоголь эсемлектәр һатылмаясаҡ. Яңы йыл байрамы ғына түгел, башҡа байрамдарҙы ла иҫерткес эсемлектәрһеҙ була бит, - тине ул, һүҙен тамамлап.

Һуҡырҙар өсөн өҫтәл теннисы буйынса Донъя Чемпионатының көмөш призеры Ильвина Насирова:

- Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү бер ҙә генә ҡыйын түгел ул. Күптәр әтеү эсмәйенсә, тартмайынса йәшәп тә булмай, күңелһеҙ ҙә тигән фекерҙә. Ышанығыҙ миңә, йәшәп тә була, күңелле лә, - тип үҙенең спортты, сәләмәт тормошто һөйөүе хаҡында бәйән итте.

- Спорт менән ныҡлы шөғөлләнә башлауға нимә этәргес булып торҙо? - тигән һорау яңғыраны залдан.

- Бала саҡтан уҡ күҙ менән проблема булды. Шуның өсөн табиптар спорт менән шөғөлләнергә ҡушманылар. Улар ярамай, тип торһалар ҙа, минең спортҡа ҡарата һөйөүем көслө булғанлыҡтан, барыбер, ныҡышып шөғөлләндем дә шөғөлләндем һәм ҙур үрҙәр яулауға ирештем.

Артабан һүҙ Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы телмәр тотто:

- Бына бөгөн мин һеҙҙең янға бөгөн бер ниндәй ҙә башлыҡ та кейеп килмәнем. Башыма теүәтәй йә башҡа нәмә кейеп килһәм, һеҙ: «Беҙҙең ундай булғыбыҙ килмәй», - тиерһегеҙ, тип шаяртып башланы ул һүҙен. Уның һөйләгәндәрен ҡыҫҡаса әйтеп үтәбеҙ:

- Мин үҙем ауылда тыуып үҫкәнмен. Иң бөйөк, билдәле кешеләр күбеһенсә ауыл еренән сығыуын барығыҙ ҙа беләлер. Ни өсөнмө? Сөнки ауыл кешеһенең мейеһе шәберәк эшләй. Улар ниндәй генә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр ваҡыт килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә өйрәнгән. Бына этте ашатам тиһәң дә бит, иң тәүҙә нимә ашатырға тип уйлайһың, шунан уны бешерергә лә кәрәк әле. Ауылда ҡалалағы кеүек йылы бәҙрәф тә юҡ бит. Ауылда бәҙрәфкә сығып килеү — үҙе бер батырлыҡ, бигерәк тә, ҡыш көнө. Ә шундай ҡыйын шарттарҙа кешенең мейеһе шәберәк эшләй ҙә инде.

Кемдең алкаш булғыһы һәм 5 йылдан үлгеһе килә, ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ әле? - тигән һорау бирҙе Айнур хәҙрәт залдағыларға. Ҡул күтәреүселәр булманы.

- Алкоголь һеҙҙең киләсәкте юҡ итә. Һәр компанияла эсергә яратыусы кеше була. Мин мәктәптә уҡыған саҡта ла ундайҙар булды. Мәктәпкә килә лә: «Үәт беҙ кисә эстек, күңелле булды», - тип хәбәр һата торғайны улар. Уға ҡарап, ысынлап та ҡыҙыҡмы икән тип эйәреүселәр ҙә табыла шунан. Эскән кешеләрҙе күргәнегеҙ бар бит, улар маймылға оҡшап тора. Үҙеңде бер нисә сәғәткә йәки бер нисә көнгә хайуанға әйләндереү дөрөҫмө ул? Бынамын тигән матур ғына кеше 500 грамм йотҡас, ҡапыл хайуанға әйләнә лә ҡуя. Мин республикала, бәлки, бөтә донъялалыр, иң йәш мөфтөй. Мин дә мәктәптә уҡыған саҡта эсеп ҡарағаным булды. Ҡулдарығыҙға ҡағыҙ, ҡәләм алығыҙ ҙа, киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы яҙып ҡуйығыҙ. Киләсәктә һеҙ кем буласаҡһығыҙ һәм ул маҡсатҡа ирешер өсөн ниндәй юл үтергә тейеш булаһығыҙ, быларҙың барыһын да ҡағыҙ биттәренә төшөрөгөҙ һәм шул маҡсатҡа табан барығыҙ. Бер нисә йылдан һеҙ бергә уҡыған отличниктарҙы ла уҙып китәсәкәһегеҙ әле. Һеҙҙең класташтарығыҙ, курсташтарығыҙ араһында ла эскеселек менән мауығып китеүселәр табыласаҡ һәм бер нисә йылдан уларҙың күптәре яҡты донъяла булмаясаҡ та. Мосолмандарҙың тормошо күңелһеҙ, тигәнде күп ишетергә тура килә. Бер ҙә генә улай түгел. Мин шулай уҡ көрәш менән шөғөлләнәм. - тине үҙенең сығышында Айнур Азамат улы.

Секция аҙағында йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе, уларға аныҡ яуап та алды.

Имамдар менән осрашыу

Мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин «Рамаҙан» мәсетендә район мәсеттәренең имамдары менән осрашып әңгәмәләшергә лә ваҡыт тапты.

Айнур Азамат улы район имамдарын төрлө яңылыҡтар менән таншытырып үтте һәм:

- Хәҙерге заманда интернетһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Барығыҙ ҙа интернетты өйрәнеп алығыҙ. 90 йәшлектәр ҙә өйрәнә, һеҙ ҙә өйрәнерһегеҙ. Ватсап йәки башҡа селтәрҙәр аша беҙгә аралашып торорға ла уңайлы буласаҡ. Мин һәм башаҡалар ебәргән мәғлүмәтте уҡып торор инегеҙ. Шул саҡта бәйләнеш өҙөлмәҫ ине. Имамдар бер-берегеҙ менән дуҫ йәшәгеҙ, - тип һөйләне.

Имамдар ҙа Айнур хәҙрәткә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты.

- Бына беҙҙең мәсеттә ғәрәп теленә өйрәтеүсе уҡытыусы бар. Икенсе бер уҡытыусы килеп, мин уҡытам тип аптырата. Был осраҡта нимә эшләргә һуң?

- Мәсет барыһы өсөн дә асыҡ, унда һәр Алла ҡоло өсөн урын бар. Уҡытам тиҙәр икән, уҡытһыдар. Аҙанала көндәр етәрлек бит. Бер көн береһе, икенсе көн икенсеһе уҡытһын әйҙә. Һеҙгә расписание төҙөп, эште рәткә һалырға ғына кәрәк. Уҡытыусылар булыуы һәйбәт бит. Ҡайһы бер ерҙә мәйетте йыуа ла, күмә лә белмәйҙәр, хатта. Имам кеше мәсеткә мин хужа, тип кенә ултырмаһын. Улар һәр йәһәттән өлгө булырға тейештәр. Үҙ-ара низағлашыу тигәнде бөтөнләй оноторға кәрәк, мәсет эсендә тәртип юҡ икән, халыҡ бындай имамдарға нисек ышанһын?

Мәмбәтҡол ауылында йәшәүсе Миңлеяр Хәйбуллин ҡыҙыу ғына хәбәр һөйләне:

- Ай һайын берәй мәсеттә йыйылышп торайыҡ. Бына Яманһары мәсете бик әүҙем эшләй. Унда ла барып ҡайтайыҡ. Һарыҡ кәрәк булһа, һарығын да бирәм мин. Имамдар, әгәр эшләй алмайһығыҙ икән, мәсетегеҙгә 3 кеше лә килмәй икән, китегеҙ, урынығыҙҙы бушатығыҙ. Һеҙҙең урынға кеше табылыр. Халыҡ йөрөмәй икән, һеҙ эшләй белмәйһегеҙ, тимәк.

Уның һүҙҙәрен Өфө ҡунаҡтары ла ҡеүтләне:

- Ай һайын берәй мәсеттә осрашып тороғоҙ шул. Киләһе айҙа Күмертауға барығыҙ, унан һуң Яманһарыға барырһығыҙ. Мәсеттәрҙә хужа булып ҡына ултырмаҫҡа, ә төрлө байрамдар үткәрергә, кешене йәлеп итергә кәрәк. Балалар өсөн дә Ураҙа, Ҡорбан байрамдары үткәрергә кәрәк. Бына бер имам әрмегә киткән һалдаттарҙы оҙатып ҡала, уларға ай һайын шылтыратып, кәрәк-ярағына аҙлап аҡса ла һалып тора. Һалдат хеҙмәт итеп ҡайтҡас, иң тәүҙә ҡайҙа бара, әлбиттә, мәсеткә, тинеләр улар. Мәктәпкә барып, уҡыусылар менән осрашып тора, балаларға Ҡыш бабайҙан да күберәк күстәнәс алып бара. Балалар уны Ҡыш бабайға ҡарағанда ла нығыраҡ яраталар.

- Ураҙа айында магазиндарҙа спиртлы эсемлек һатыуҙы сикләп буламы?

- Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Башҡа мосолман илдәрендә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйылған бит. Туристар өсөн генә айырым магазиндар бар. Беҙ ҙә күмәкләшеп шуны булдыра алабыҙ. Динде бизнесҡа әйләндерергә лә ярамай. Кемдәрҙер исем ҡушҡан өсөн 2 мең һум тип, хаҡ ҡуя. Диндә ундай нәмә юҡ, - тип аңлатты Айнур хәҙрәт.

Мәсеттә әҙерләнгән табын янында ла имамдар менән әңгәмә дауам итте.


Форум барышында «Айык ауыл» конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүсе ауыл республика конкурсында ҡатнашасаҡ. Еңеүселәрҙең һәр береһенә район эшҡыуарҙарынан бүләктәр тапшырылды.

I урын — Абдул ауылы;

II урын — Зәк-Ишмәт ауылы;

III урын — Яңы Ямаш һәм Йомағужа ауылдары.



Район хакимиәте башлығы ҡулынан Руслан Бучин фатир асҡысы алыу бәхетенә эйә булды.



Һорауҙар яуҙы ғына

Форумдың иң һуңғы сараһын — Көйөргәҙе районы халҡы менән осрашыуҙы район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов асты һәм һүҙҙе Айнур хәҙрәт Бирғәлингә бирҙе.

- Беҙ халыҡ өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ. Быйыл Башҡортостандан хажға барыуҙы ойошторорға йыйынабыҙ, - тине ул сығышында.

Залдан һорау биреүселәр ҙә байтаҡ ҡына булды. Иң тәүҙә Өфөлә күптән төҙөлә башлаған һәм һаман да төҙөлөп бөтмәгән «Әр-Рәхим» мәсетенең ҡасан төҙөлөп бөтәсәге менән ҡыҙыҡһындылар.

- Һаман төҙөлөп бөтмәүенә ҡарамаҫтан, был мәсет халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнеп тә өлгөрҙө. Кешеләр бында килә, фотоға төшә. Мәсет төҙөү эше ябай түгел, бик ҡатмарлы. 2022 йылға төҙөп бөтөргә тырышасаҡбыҙ, - тигән яуап булды был һрауға.

- Нишләп мәктәптәрҙә хәләл ризыҡ менән туҡланыу ойоштормайҙар? Хәләл ризыҡ нимәһе менән айырыла? Уҡыусылар мәктәптәрҙә мосолманса кейенеп йөрөргә хоҡуҡлымы? - тигән һорауҙарға:

- Мәктәптә туҡланыу буйынса махсус уҡыған кешеләр һәм махсус ойошма шөғөлләнә. Шуға күрә был эш бик ҡатмарлы. Шулай ҙа был проблеманан сығыу юлдарын һәр ваҡыт табырға була, тип уйлайым. Минән күптәр хәләл теш щеткаһы нимәһе менән айырыла, тип тә һорайҙар. Сусҡа — универсаль хайуан бит ул. Хатта, ҡайһы бер теш щеткалары уның шыртынан яһала икән. Бындай теш щеткаһы, әлбиттә, хәләл түгел. Хәләл ризыҡ ашаған өсөн генә һаҡал үҫеп сыҡмай ул, ҡурҡмағыҙ. Хәләл ризыҡ бар кешегә лә ярай, ә хәләл түгеле барыһына ла түгел. Әгәр һыу үткән фильтр ҙа сусҡаның шыртынан эшләнгән булһа, был һыу ҙа хәләл булмай. Өҫтөнә сусҡа майы һөртөлгән бәлеш-фәләндәр ҙә хәләл ризыҡ һаналмай, әлбиттә. Хәләл йомортҡа ла бар. Бындай осраҡта хәләл — аҙыҡ-түлектең сифатлы булыуын аңлата. Мәктәптә мосолман кейемен кейеүгә лә ҡаршылыҡтар булырға тейеш түгел.

- Беҙҙең ауылда әүлиә ҡәбере бар, бында сит илдән дә пәйғәмбәр тоҡомдары килгәне булды. Дин күҙлегенән әүлиә ҡәберенә табыныу дөрөҫмө, юғиһә, төрлөһө төрлөсә һөйләй?

- Зыярат — мәңгелек йорт. Әүлиә ҡәбере, тип табынырға ярамай. Зыяратҡа барып, беҙ бары тик туғандарыбыҙҙы, шулай уҡ әүлиәләрҙе лә хәтергә төшөрәбеҙ, күңелдәребеҙгә тыныслыҡ алабыҙ. Ҡәберҙәрҙе табыныу һәйкәле итеп тоторға тейеш түгелбеҙ. Үлгән кешенән ярҙам һораһаң да, ул бер нисек тә ярҙам итә алмай, - тигән яуап булды.

Айнур хәҙрәттең ярҙамсыһы Фидан хәҙрәт: «Бына мин мөфтөйҙөң ярҙамсыһы булып торам. Имамдарға ла үҙҙәренә ярҙамсы булдырырға кәрәк», - тигән фекерен әйтте. Ул шулай уҡ балаға матур, аңлайышлы исем ҡушырға кәрәклеге хаҡында ла һөйләне.

Көйөргәҙенең бәләкәй генә ҡыҙ-малайҙары ла саранан ситтә ҡалманы. Улар үҙҙәренең Ҡөрьәнде яттан белеүҙәрен күрһәтте. Балаларҙың һәр береһенә район хакимиәте тәмле күстәнәс — торт бүләк итте.

Осрашыу һуңында Аҡһарының «Хазина» төркөмө етеп килгән Әсәләр көнө менән ҡотлап, шундай булдыҡлы, барлыҡ республика мосолмандарына лидер булған уланды үҫтергәне өсөн Айнур хәҙрәттең әсәһенә шәл һәм матур йыр бүләк итте.

Шулай итеп, айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа арналған форум ваҡиғаларға бай булды. Осрашыу, һөйләшеүҙәрҙән тыш, район ҡатын-ҡыҙҙары төрлө тәмле эсемлектәр һәм аш-һыу тулы өҫтәлдәр ҙә әҙерләп ҡуйған ине. Һәр кеше унан ауыҙ итте. Ҡан баҫымын, организмдағы шәкәр кимәлен үлсәп ултырыусы врачтар ҙа булды. Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлиндең үтә асыҡ, азат ҡарашлы кеше булыуы күптәрҙе һоҡландырҙы, үҙебеҙҙең егет икән тип ҡыуаныштылар. Алдағы көндәрҙә лә бындай мастштаблы саралар булыр, тип ышанабыҙ, араҡынан түгел, матур хистәрҙән иҫереп йәшәргә яҙһын.

Розалия НАЗАРОВА

Автор фотолары
Читайте нас: