Все новости
Иман
6 Декабря 2019, 13:25

Төштәр өнгә әйләнерме?

Күмертауға яңы мәсет кәрәк, тип беҙ белгәне генә ун йыл һөйләйҙәр.

Күмертауға яңы мәсет кәрәк, тип беҙ белгәне генә ун йыл һөйләйҙәр. Борис Беляев ҡала башлығы булып килеү менән дин әһелдәре янына барып, мәсет төҙөргә кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Башлыҡ риза булыуын әйтте, хатта, буласаҡ ҡорам төҙөлөр ерҙе лә байҡап йөрөнөләр. Һөҙөмтәлә, Үҙәк баҙар янындағы мәсеткә нисек йөрөгәндәр, һаман шулай йөрөүҙәрен дауам итәләр.
Ҡала хакимиәтенә Олег Фролов башлыҡ булып килгәс, Күмертау мосолмандары тағы ла үҙҙәренең үтенестәре менән барҙылар. Иң тәүгеләрҙән булып Күмертау һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтов, Көнсығыш биҫтәһендәге мәхәлләлә уҡытыусы Факиһа Хәбибуллина ҡала башлығына барып мәсет кәрәклеген әйткәндәр.
Бына әле күптән түгел ҡала халҡы исеменән мөрәжәғәтнамә яҙып, 400-ләп ҡултамға йыйып, ҙур делегация Олег Юрьевич янына тағы барҙы. Был турала ҡала башлығы интернет селтәрендә былай тип яҙып ҡуйған: «Ҡабул итеүгә ҡалала яңы мәсет төҙөү мәсьәләһе менән дә килделәр. Мине ҡала халҡының киләсәк быуынды шулай ҡайғыртыуы бик ныҡ ҡыуандырҙы».
Ҡабул итеүҙә нимә тураһында һөйләшкәндәре тураһында Нурия апай Хәлилованан белештек.
- Олег Юрьевич беҙҙе йылы ҡабул итте һәм үтенесебеҙҙе ихлас тыңланы. Беҙ уға ҡалала мәсет бар, әммә ул бәләкәй, күп кеше һыйҙырырлыҡ түгел. Шулай уҡ ул мәсет замана талаптарына яраҡлаштырылмаған, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бер ниндәй шарттар юҡ, тип аңлаттыҡ. Яңы мәсет ҡала уртаһында, бар кешегә лә йөрөргә уңайлы урында, уның янында мәҙрәсәһе, уҡытыусылар өсөн бүлмәләре булырға тейешлеге хаҡында лә тәфсирләп һөйләнек. Олег Юрьевич беҙҙе ентекле тыңлағас: «Салауат хәҙрәт һәм тағы бер нисә кеше был проблеманы хәл итеүҙе һорап килде. Әгәр халыҡҡа кәрәк икән, уларҙың үтенесен ҡәнәғәтләндерергә тура киләсәк. Бөтә варианттарҙы ла байҡап сығырбыҙ, спонсорҙар табырға тырышырбыҙ», - тип яуап бирҙе һәм беҙҙең мөрәжәғәткә ҡул ҡуйҙы. Был хатты беҙ шулай уҡ БР Башлығы Радий Хәбировҡа ла юллайбыҙ. Әлегә беҙ ҡала башлығына мәсет төҙөр өсөн бер нисә урын тәҡдим иттек. Уларҙың береһе — «Магнит» гипермаркетынан йыраҡ түгел, Бабай урамында урынлашҡан баҡсалар урыны. Үҙемдең иҫәпләүҙәр буйынса ғына мәсет һалыр өсөн 7 млн һум тирәһе финанс кәрәк буласаҡ. Күмертауҙың «Көнсығыш» мәхәлләһе имамы Риф хәҙрәт иҫән саҡта уҡ яңы мәсет мәсьәләһе буйынса «Южурал-Ойл» йәмғиәте директоры Зиннур Исхаҡовҡа ла мөрәжәғәт иткәйнек. Ул был эште хуплап ҡабул итте һәм ҡулдан килгәнсе ярҙам итермен, тине. Шулай уҡ проект-смета документтарын төҙөргә Башҡортостан Диниә назараты ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе, - тип һөйләне ул беҙгә.
Ни өсөн мәсет төҙөргә тап шул Бабай урамындағы баҡсалар урынын һайлауҙарының да үҙ тарихы билдәле булды. Беренсенән, ҡалаға килеп кергәс тә, мәсет беҙҙе әллә ҡайҙан йәмле булып ҡаршы алып торасаҡ. Икенсенән, Күмертауҙың бер муллаһы төш күргән икән: тап ошо ерҙә көмбәҙҙәре күккә ашҡан ҙур матур мәсет ултыра, имеш. Янында әллә күпме мосолман йыйылған. Барыһы ла шаттар...
Төштәр өнгә әйләнерме? Быныһын ваҡыт күрһәтер.
Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: