Все новости
Иман
20 Декабря 2019, 12:50

Шөкөрана итәйек, ҡәнәғәт булайыҡ

Күмертауҙың Көнсығыш биҫтәһендә («Айгөл» балалар баҡсаһы ҡаршыһында) урынлашҡан мәсет хаҡында «Юшатыр»ҙа материалдар күп сыҡты, тик беҙҙең үҙебеҙҙең мәсет эшенә шаһит булғаныбыҙ юҡ ине. Үткән йомала бындай форсат сыҡты. Имам-хатип Рафиҡ Сабитов, Сабир Кәримов хәҙрәт һәм мәсеткә әүҙем йөрөүсе Мөхәммәт Яҡшымбәтов беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Улар менән һөйләшеү ҙә ихлас килеп сыҡты.

Күмертауҙың Көнсығыш биҫтәһендә («Айгөл» балалар баҡсаһы ҡаршыһында) урынлашҡан мәсет хаҡында «Юшатыр»ҙа материалдар күп сыҡты, тик беҙҙең үҙебеҙҙең мәсет эшенә шаһит булғаныбыҙ юҡ ине. Үткән йомала бындай форсат сыҡты. Имам-хатип Рафиҡ Сабитов, Сабир Кәримов хәҙрәт һәм мәсеткә әүҙем йөрөүсе Мөхәммәт Яҡшымбәтов беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Улар менән һөйләшеү ҙә ихлас килеп сыҡты.
Малик ИЛЬЯСОВ: Көнсығыш биҫтәһендәге мәсет ҡасандан бирле эшләп килә?
Рафиҡ САБИТОВ: 3 йыл була инде. Элекке почта бинаһын арендаға алдыҡ та, үҙебеҙҙең көс менән мәсет итеп эшләнек. Әле лә үҙебеҙҙең көс менән, хәйер аҡсаһына йәшәп ятабыҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Районда күп кенә мәсеттәрҙең ерҙәре рәсмиләштерелмәгән, шуға күрә уларҙың ер менән бәйле проблемалары килеп тыуа. Һеҙҙә ундай проблема юҡмы?
Рафиҡ САБИТОВ: Беҙҙең ундай проблема юҡ. Барыһы ла теркәлгән. Мәсет Үҙәк Диниә назаратына ҡарай. Һалымын да ваҡытында түләп барабыҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Һеҙҙең мәсет менән бергә ҡалала ике мәсет бар булып сыға. Ике мәсет араһында ниндәйҙер бүленеш, тартҡылаш килеп сыҡмаймы?
Сабир КӘРИМОВ: Бөтәбеҙ ҙә бер Аллаға табынабыҙ. Ике мәсеткә йөрөгәндәрҙең барыһы ла бер үк яҡҡа — Ҡиблаға ҡарай. Аллаға шөкөр, бер ниндәй ҙә низағтар килеп тыуғаны юҡ. Кем теләй шул беҙгә килә, кемдәр теләй теге мәсеткә йөрөй.
Малик ИЛЬЯСОВ: Шулай уҡ муллалар араһында ла, һәр хәлдә Башҡортостанда, тарҡаулыҡ булыуы күҙәтелә. Бер мулла икенсеһен белмәй, үҙ-ара аралашыу бик һирәк. Муллалар ҙа бер-береһе менән осрашып, аралашып торорға тейештер бит? Ҡайһы берәүҙәр имам булып ала ла, мәсеттең хужаһына әйләнә лә ҡуя. Кәрәк икән мәсетте аса, кәрәк икән уны бикләп тә ҡуя.
Рафиҡ САБИТОВ: Мулла кеше үҙе лә бәндә бит инде. Улар араһында ла төрлөһө була. Муллаларға ла ниндәйҙер үҫеш юлы үтергә, кимәлгә етергә кәрәк.
Сабир КӘРИМОВ: Был мәсьәлә буйынса Салауат хәҙрәт менән дә, Азат хәҙрәт менән дә, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка райондары имамдары менән дә һөйләшкән булды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һәр ваҡыт кәңәшләшеп торабыҙ, мәсьәләләр килеп тыуһа ла, күмәкләшеп сисәбеҙ. Кемдәрҙер беҙҙең араларҙы боҙорға маташа икән, беҙ ундайҙар менән һөйләшмәйбеҙ ҙә, уларҙы белмәйбеҙ ҙә. Беҙҙең бар эшебеҙ — халыҡ менән эшләү, халыҡҡа аңлатыу эше алып барыу. Дөрөҫ юлға саҡырыу мәсьәләһе беҙҙең өҫтә тора. Кемдер араны бутай икән, беҙҙең мәсьәлә уларҙы тикшереү түгел. Мәсеттә хеҙмәт итткән бар кешенең вазифаһы — кешеләр юлдан яҙмаһындар өсөн тырышыу. 75 йыл буйына динебеҙҙе ҡыҫтылар. Хәҙер беҙгә яңынан татар-башҡортто динебеҙгә ҡайтарыу маҡсаты тора. Кем нисек булдыра, шулай эшләй. Был мәхәлләлә лә беҙ шундай эштәр алып барабыҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Юғарыла әйткәнемсә, ҡалала ике мәсет бар. Береһендә Салауат хәҙрәт эшләй, икенсеһендә һеҙ. Былары беҙгә йөрөй торған кешеләр, тегеләре беҙҙеке түгел, тигән нәмә юҡмы?
Рафиҡ САБИТОВ: Ундай нәмә диндә бөтөнләйе менән юҡ. Һәр кеше ҡайһы мәсеткә йөрөһә лә, йөрөй ала. Бөтөн кешегә ишегебеҙ асыҡ.
Сабир КӘРИМОВ: Был һинеке, был минеке, тип әйтергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Кешеләр һинең ҡатының йә балаларың түгел дә инде. Беҙ барыбыҙ ҙа Алланың ҡолдары.
Малик ИЛЬЯСОВ: Мин белгәне бирле генә, 10 йыллап тирәһе элек Борис Беляев ҡала башлығы булған ваҡытта уҡ, ҡалаға яңы ҙур мәсет кәрәк, тип һорап барғайнылар. Хәҙер яңы башлыҡ Олег Фроловҡа ла шул уҡ мәсьәлә менән барҙылар. Уларҙың барыһы ла вәғәҙә бирә, ә һөҙөмтәлә һаман да мәсет юҡ. Был мәсьәләгә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
Рафиҡ САБИТОВ: Ҡалабыҙға яңы, ҙур мәсет кәрәк, әлбиттә. Мәсеттең нигеҙе тәүҙән үк мәсет тип һалынырға тейешле. Бына беҙ ултырған урын, мәсет тип һалынмаған, элекке почта бинаһы. Был бик үк дөрөҫ тә түгел. Проекты ла тура килмәй. Күмертауға әллә ҡасандан кәрәк ул мәсет. Был һорау 30 йыл тирәһе ҡуҙғатыла. Мин үҙем ул проблема буйынса йөрөгәнем юҡ, әммә йөрөй башларға уйлайым. Үткән өсөн яуап бирә алмайым, нишләп һаман төҙөргә уйламайҙар икәненең сәбәбен асыҡларға тура киләсәк.
Малик ИЛЬЯСОВ: Өфөләге Әр-Рәхим мәсете нисә йыл инде төҙөлөп бөтә алмай.
Сабир КӘРИМОВ: Уны төҙөп бөтәсәктәр, тип ышанам.
Малик ИЛЬЯСОВ: Яңы Муса ауылында ла, Уңғар егеттәре лә мәсет төҙөй башлаған.
Рафиҡ САБИТОВ: Һәр төҙөлөштө башлар алдынан законға ярашлы документтар эшләргә кәрәк. Тота килеп төҙөй башларға ярамай. Хатта, шәхси йорт һалыр өсөн дә рөхсәт кәрәк, ә бында мәсет. Ерен рәсмиләштереп, проектын төҙөгәс, кем төҙөйәсәген билдәләгәс кенә эш башларға мөмкин.
Сабир КӘРИМОВ: Һәр нәмәне төҙөй башлар алдынан уйларға кәрәк. Ул ауылдың егеттәре мәсет тип 10 йыллап хыялланалар бит инде.
Малик ИЛЬЯСОВ: Ҡайһы берҙә мәсет төҙөп ҡуялар ҙа, кеше йөрөрмө икән, тип аптырашта ҡалалар аҙаҡтан.
Рафиҡ САБИТОВ: Мәсет булһа, кеше йөрөйәсәк, әлбиттә. Бындағы Көнсығыш мәсете барлыҡҡа килгәс тә, 3 кеше генә йөрөй торғайны. Хәҙер күбәйҙек, Аллаға шөкөр.
Малик ИЛЬЯСОВ: Элекке замандарҙы хәтергә төшөрһәк, беҙҙең татар-башҡорт ауылдарында имам кеше судья ла, бөтә мәсьәләләрҙе яйға һалыусы ла булған. Хәҙер донъялар үҙгәрҙе. Әле ҙур ҡалаларҙың мәсеттәрен алып ҡараһаҡ, мәсеттәргә татар-башҡорттар башҡа милләт мосолмандарына ҡарағанда аҙыраҡ йөрөй.
Сабир КӘРИМОВ: Шуның өсөн беҙҙең ҡалала мәсет кәрәк. Сөнки бына беҙҙең мәсет бер кемгә лә күренмәй генә, йәшенеп кенә тора. Хатта, ошо тирәлә йәшәгән мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ҙә бында мәсет барлығын белмәй. Уларҙың ейән-ейәнсәрҙәрен әйтеп тораһы ла юҡ. Күптәр был микрорайонда мәсет бар икәнен беренсе тапҡыр ишетәбеҙ, тиҙәр. Мәсет ишектәре һәр ваҡыт һәр кем өсөн асыҡ булырға тейеш. Ҙур, яҡты, әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған мәсетебеҙ булһа, халыҡтың унда ынтылыуы ла, дингә ҡарашы ла икенсе буласаҡ. Бына кисә генә балаларға әллә ниндәй ағыулы кәнфиттәр таратыуҙары, уны ашап, реанимацияға эләгеүҙәре тураһында мәғлүмәт булды. Балаларҙы дингә ылыҡтырырға кәрәк. Шул саҡта ғына ошондай афәттәр булмаясаҡ. Быларҙың барыһы ла динһеҙлектән килә. Мәсет юлына йөрөй башлаған бала дөрөҫ юлға баҫасаҡ, насар юлдан бармаясаҡ. Мәсет — шәхси йорт түгел. Халыҡ өсөн һәр саҡ асыҡ булырға тейеш. Кемгәлер хәйер бирергә, йыназа уҡытырға йә исем ҡуштырырға кәрәк икән, ул һәр саҡ килә ала. Күңелгә ял алырға ла бында килергә мөмкин. Мәсет — тыныслана торған, күңел тыныслығы ала торған урын. Динебеҙ, гел генә килегеҙ, тип кенә тора. Дингә саҡырыуҙа көсләү юҡ. Һәр кеше аңлы рәүештә үҙе килергә тейеш. Балалар бында йөрөһә, киләсәктә эсергә, тәмәке тартырға, зина ҡылырға, кешегә зыян итергә ярамағанлыҡты белеп үҫәсәктәр, яҡшылыҡҡа ынтыласаҡтар. Ә берәй подвалда асылған мәсетте бер кем белмәй һәм ундағы атмосфера ла икенсе. Ниндәй генә ҡиәфәттә булмаһын, һәр кеше мәсет ишеген асып кереп, ҡөрьәнен уҡытып, йә намаҙын уҡып сыға ала. Нәҡ мәсет тип төҙөлгән йорт беҙҙең ҡалаға бик тә кәрәк. Ҙур бер мәсет торһа, ул иртәнән кискә хәтлем асыҡ булһа, ниндәй яҡшы булыр ине.
Малик ИЛЬЯСОВ: Элек тә булды, хәҙер ҙә бар улар. Һүҙем Алла исеменән дауалап йөрөүселәр тураһында. Ундайҙар беҙҙең районда ла етәрлек. Улар өйҙәге енде йә кешенең эсендә ултырған шайтанды ла ҡыуалар. Кешеләр ышана, йөрөйҙәр. Ундайҙарға ысынлап та ышанырғамы? Ислам күҙлегенән ҡарап, был турала нимә тиерһегеҙ?
Сабир КӘРИМОВ: Ислам күҙлегенән ҡарағанда, Ҡөрьән менән дауалау тик шифа ғына бирә. Әгәр кеше мин был эште булдырам, тип эшләй икән, уның халыҡҡа файҙаһы тейә икән, әйҙә эшләһен. Тик зыяны ғына теймәһен. Әгәр ул кеше бындай эште аҡса өсөн алып бара икән, ул ваҡытта дин буйынса ҡәтғи тыйыла. Аятел көрси уҡып, ауыртҡан ергә ете фатиха уҡып һыпырһаң, шифа булыр, тиелә диндә. Донъя артынан ҡыуыу өсөн Ҡөрьән Кәримде ҡуллана икән, был, ғөмүмән, тыйылған мәсьәлә.
Малик ИЛЬЯСОВ: Ҡайһы бер мәсеттәрҙә тарифтар ҙа ҡуйыла тиҙәр. Исем ҡушҡан өсөн шунсама хаҡ, никах уҡыған өсөн икенсе хаҡ.
Сабир КӘРИМОВ: Ул да ҡәтғи тыйылған әйбер. Динебеҙгә һыя торған нәмә түгел был. Бер кем дә мин уҡыған өсөн шул хәтлем бирергә тейешһең, тип әйтергә тейеш түгел. Һәр кеше үҙе күпме теләй, шулай хәйер һала. Ул аҡса мәсет өсөн тотонола. Ҡөрьән уҡыу — муллаларҙың вазифаһы.
Малик ИЛЬЯСОВ: Сабир хәҙрәт, һеҙ үҙегеҙ Зәк-Ишмәттән йөрөйһөгөҙмө мәсеткә?
Сабир КӘРИМОВ: Эйе, мин ауылда торам. Ауылда нисек йәшәйҙәр, шулай йәшәйем, мал тотам. Йома көндәре бында мәсеткә килеп йөрөйөм.
Малик ИЛЬЯСОВ: Зәк-Ишмәт ауылында дингә бирелеүселәр һаны башҡа ауылдарға ҡарағанда күберәк, тигәнде лә ишеткән бар.
Сабир КӘРИМОВ: Халыҡ яйлап булһа ла дингә ҡайта башланы. Намаҙ уҡыусылар ҙа бар. Мин үҙем бала саҡтан дингә тартылдым. Өфөлә Ислам университетында дини белем алдым, унан һуң Төркиәлә уҡып ҡайттым.
Малик ИЛЬЯСОВ: Хәҙер ауылдарҙа шундай тенденция күҙәтелә: пенсияға сыҡҡан әбей-бабайҙар Мәләүездә йә Өфөлә, йә Ырымбурҙа ислам дине буйнса уҡырға керә башланы. Һуң түгелме икән?
Сабир КӘРИМОВ: Әжәл килеп еткәндә генә һуң була. Уға хәтлем кешенең мөмкинлеге бар икән, әжәле килеп етмәйенсә динен аңлаған икән, бик яҡшы. Диндең нимә икәнен дә аңламайынса, белмәйенсә лә йәшләй үлеп китеүселәр бар. Шуға Ислам дине буйынса уҡырға теләүселәрҙе хуплап ҡабул итәм. Хажға барыусы оло йәштәге апалар, абыйҙар булыуы ла ҡыуаныслы. Хатта, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ Хаж ҡылыусылар бар. Ҡайһы кеше аяғы-ҡулы, башында аҡылы булып та, берәй проблема килеп сыҡһа, ҡулын төшөрә. Ә шул уҡ ваҡытта бик күптәр коляскаға ултырып булһа ла Хаж ҡылып йөрөп ҡайталар.
Мөхәммәт ЯҠШЫМБӘТОВ: Ғилем һүҙе Ҡөрьәндә 2800 тапҡыр ҡулланыла һәм иң күп ҡулланылған һүҙҙәр араһында 3-сө урында килә. Ислам дине уҡыуға, ғилем алыуға ҙур иғтибар бирә.
Малик ИЛЬЯСОВ: Рафиҡ хәҙрәт, һеҙ ҙә үҙегеҙ тураһында һөйләп китегеҙ әле.
Рафиҡ САБИТОВ: Мин үҙем Күмертауҙа тыуып-үҫтем. Өфөлә Ислам университеты тамамланым. Энергетик һөнәрем дә бар. Заманында беҙҙе дингә ҡаршы өйрәттеләр, уҡыттылар, әлбиттә, әммә барыбер беҙ кире дингә ҡайттыҡ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Ваҡытында йығылып ятып телевизорҙан тапшырыуҙарын ҡараған океанограф Жак Ив Кусто ла Ислам динен ҡабул иткән.
Рафиҡ САБИТОВ: Эйе. Уның Исламға килеүен ике диңгеҙ һыуының бергә ҡушылмағанын күреү менән бәйләйҙәр. Ошондай, бер ниндәй физика һәм химия закондары ла аңлата алмаған мөғжизәгә юлыға ул. Әммә Кусто был хәлдең 1400 йыл элек үк Ҡөрьәндә яҙылғанын белгәс, тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнә, Ҡөрьәндең кеше ҡулынан яҙылмауы, ә Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәре булыуына инана һәм Ислам динен ҡабул итә.
Малик ИЛЬЯСОВ: Әле беҙ кешелектең ниндәй стадияһында икән? Минең уйлауымса, беҙ көндән-көн ахыры заманға яҡынлашып килгән кеүекбеҙ. Быны мин интернеттың киң таралыуынан да алып әйтәм. Интернет кешелеккә күберәк кире яҡтан тәьҫир итә. Унда бик күп кәрәкмәгән, негатив мәғлүмәт. Хәҙерге заман кешеләре нығыраҡ аҙалыр, тип тә уйлайым мин үҙемдең күҙлектән. Шулай уҡ кешенең аңын аҡса томаланы. Хәҙер бөтә ерҙә лә иң беренсе урында аҡса тора.
Сабир КӘРИМОВ: Ҡиәмәт көнө берәй заман буласаҡ, әлбиттә. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ был турала: «Тимер ҡоштар осор. Унан һуң ауылдарҙан көтөүселәр ҡалаларға килеп, һауаларға хәтле йорттар һалыр», - ти. Бөгөнгө көндә шундай нәмә бармы? Бар. Хатта, йөҙәр, ике йөҙөшәр ҡатлы йорттар бар. Болоттоң эсендә ултыраһың. Ғәҙеллек бөтөр, ғәҙелһеҙлек башланыр, боҙоҡлоҡ булыр, балалар ололарға хөрмәт күрһәтмәҫ, ти. Ул әйткән барлыҡ ғәләмәттәрҙе бөгөнгө көндә күҙәтәбеҙ. Әммә Ҡиәмәт көнөнөң ҡасан, нисек етәрен Аллаһы Тәғәлә әйтмәй. Тағы ла ул: «Әгәр Ер йөҙөндә Алла тип әйтеүсе кеше бар икән, Ҡиәмәт көнө етмәҫ», - ти. Тимәк, Ер йөҙөндә ысын күңелдән Аллаға ышанған бер генә кеше булһа ла, Ҡиәмәт көнө етмәйәсәк. Хәҙер бит, ысынлап та, күптәр ауылдарҙы ташлап, ҡалаға күсеп китеп бөтөп бара бит.
Малик ИЛЬЯСОВ: Киттеләр шул. Бына шул уҡ Зәк-Ишмәтте генә алып ҡарайыҡ. Ауылда әллә күпме йорт буш тора тип яҙғандары булды беҙгә. Башҡортостандан төрлө эшкә китеүселәр һаны 110 мең ине, хәҙер ул 150 меңгә еткән.
Сабир КӘРИМОВ: Бөтөн көтөүселәр әле Мәскәүҙә, Себерҙә эшләй. Шундай уҡ хеҙмәт хаҡы һәм эш булһа, улар ҙа бик теләп кире ауылға ҡайтыр ине.
Мөхәммәт ЯҠШЫМБӘТОВ: Үҙгәртеп ҡороу башланғас, 20 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан.
Малик ИЛЬЯСОВ: Ғәҙелһеҙлек артты тигәндән, дәүләт башында торғандар берәй байрам булһа, сиркәүгә йәки мәсеткә киләләр. Уларҙың да күңелендә дин барҙыр. Шулай булғас, ниңә халыҡ араһында социаль тигеҙһеҙлек көслө? Ниңә улар шуның менән көрәшмәйҙәр, ғәҙелерәк булмайҙар?
Сабир КӘРИМОВ: Ғәҙеллек ғаиләнән башлана. Беҙ иң тәүҙә ғаиләлә башлыҡбыҙ. Беҙҙең төп эшебеҙ — кешеләрҙе ғәҙел булырға өйрәтеү. Беҙҙең эшебеҙ сәйәсәткә ҡыҫылып, кемдеңдер ниндәй эш алып барыуын тикшереү түгел. Кемдең нимә эшләгәне беҙгә кәрәк тә түгел. Беҙ бөтөнөбөҙ ҙә гөнаһлы. Башҡа кешеләрҙе һөйләп, үҙебеҙҙең гөнаһты күбәйтергә тейеш түгелбеҙ. Бер кешегә һөйләйбеҙ икән, ул икенсегә, өсөнсөгә һөйләй. Шулай итеп гөнаһыбыҙ арта бара, ә был ғәфү ителмәй. Беҙ иң беренсе үҙебеҙҙе ҡарарға тейешбеҙ. Мәсеткә кергән кеше ишек төбөндә үк политиканы онотоп керә. Мәсеткә ул Алланы иҫкә алырға, Ҡөрьән тыңларға килә. Бында ул тәһәрәт ала, намаҙ уҡый. Кеше икеләтә таҙарына. Беренсеһе һыу менән, икенсеһе мәғәнәүи, намаҙ уҡып. Намаҙ уҡыу — ул Алла менән һөйләшеү, аралашыу. Үҙебеҙҙең теләктәрҙе Аллаға әйтәбеҙ, Алланан һорайбыҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Һәр кемдең тиерлек күңелендә ниндәйҙер борсолоу ята. Стресс, депрессия, тибеҙ уны. Быға агрессив мөхит тә тәьҫир итә.
Сабир КӘРИМОВ: Һәр нәмәгә ҡәнәғәт булыу кәрәк. Аллаһы Тәғәлә ҡәнәғәт — ул бөтмәй торған мал, ти. Беҙгә аҡсаны күпме алһаҡ та етмәй. Динебеҙ беҙҙе ҡәнәғәт булырға өйрәтә. Ҡәнәғәт ул — бай тигәнде аңлата. Һин ҡәнәғәт икәнһең, тимәк, һин үҙеңде бай, тип хис итәһең. Дин әһеле мерседестарҙа йөрөргә тейеш түгел. Динебеҙ ҡәнәғәтлеккә, кешегә һөжүм итмәҫкә, кешене көнсөл булмаҫҡа өйрәтә. Уларҙан тыйылырға ҡуша. Мосолман кеше фәлән кеше етеш йәшәй, теге кеше шундай итеп кейенә, теге кеше өйөндә лә ашамай, кафеларҙа ғына ашай тиергә тейеш түгел. Мосолман кешеһе кейгән кейеме бармы, бөгөнгө көнөнә ризығы бармы, шуға риза булырға тейеш. Ә беҙ хәҙер аҙыҡты йыл буйына етерлек итеп әҙерләп ҡуябыҙ. Туңдырғыстарҙы тултырып ҡуябыҙ. Шөкөрана ҡылыу ул — иң беренсе мәсьәлә Ҡөрьән Кәримдә. Һеҙ шөкөрана ҡылһағыҙ, мин уны артттырып бирермен, ти Аллаһы Тәғәлә. Ә көфөрана ҡылһағыҙ, мин ғазабын да бирермен ти. Шуның өсөн динебеҙ ғәҙеллеккә, дөрөҫлөккә, шөкөрана ҡылырға, кешегә яҡты йөҙ менән ҡарарға өйрәтә.
Малик ИЛЬЯСОВ: Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.
Мөхәммәт ЯҠШЫМБӘТОВ: Беҙҙе ҙурлап килеүегеҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәт.
Читайте нас: