Все новости
Иман
23 Января 2020, 12:40

Радий улымһыҙ булмаҫ

- Ҡулымдан һаман Радий Хәбировтың еҫе килеп тора, бына, - редакцияға килеп кергән Нурия апай Хәлилова ишектән үк шулай һөйөнсөләне, ҡулдарын беҙгә һондо.

- Ҡулымдан һаман Радий Хәбировтың еҫе килеп тора, бына, - редакцияға килеп кергән Нурия апай Хәлилова ишектән үк шулай һөйөнсөләне, ҡулдарын беҙгә һондо.
- Ҡул еҫкәтергә килдегеҙме ни? - шаяртып шулай һораныҡ.
- Юҡ. Кисәге республика башлығы менән булған осрашыуҙы һөйләргә килдем. Хәбиров килә тигәс, төнө буйы доғалар уҡып сыҡтым, район мәҙәниәте йортона иртәндән барып ултырҙым - башлыҡты мотлаҡ тоторға кәрәк. Бер заман бер төркөм кеше күренде "Радий туғаным" тип ҡысҡыр ҙа ебәр мин. Ишетте. Күрештек. Мин һеҙҙе төшөмдә күргәйнем https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_22233 Каринэ килен менән икәүләп минең өйҙә ҡундығыҙ. Бер килгәнеҙҙә кереп сығығыҙ, тинем. Аштар һалып, мунса яғып ҡуйырмын. Бына китап бүләк итәм, килен башҡортса уҡый белмәй, минең китап русса ла, башҡортса ла яҙылған, кистәрен икәүләп ултырып уҡырһығыҙ, тип хәбәремде теҙәм, Радий Фәрит улы йылмайып тыңланы. Беҙ һеҙҙе шул тиклем яратабыҙ, тип мөхәббәте лә белгертергә өлгөрҙөм.
Ҡулын тотоп, китап бүләк итергә генә барҙығыҙмы ти, юҡ, Күмертауға яңы мәсет кәрәк тип йөрөйбөҙ, Радий улымһыҙ булмаҫ тип, уға ошо турала хат тапшырҙым. Радий Фәрит улы был теманы өйрәнәм, тине. Яуап бирермен тип вәғәҙә бирҙе. Иншалла, башлыҡ ярҙамы менән ҡалала яңы мәсет булыр.
Нурия Хәлилованың Радий Хәбировҡа яҙылған хаты иртәгә гәзиттә баҫыла.
Читайте нас: