Все новости
Иман
28 Января 2020, 11:55

Тәүге ултырыш үтте

Күмертауға яңы, ҙур, заманса мәсет кәрәклеге хаҡында инде 30 йылға яҡын һөйләйбеҙ. Әммә, төрлө сәбәптәр арҡаһында, ошоғаса был проблема бер нисек тә хәл ителгәне булманы, тик һүҙҙә генә ҡалды. Быйыл ошо мәсьәлә тағы ла ҡалҡып сыҡты. Ҡалабыҙға мәсет төҙөргә кәрәклеге хаҡында хат яҙылып, халыҡтан бик күп ҡултамғалар йыйылды. Шул хат менән Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы О.Ю. Фроловҡа мөрәжәғәт иттек.

Күмертауға яңы, ҙур, заманса мәсет кәрәклеге хаҡында инде 30 йылға яҡын һөйләйбеҙ. Әммә, төрлө сәбәптәр арҡаһында, ошоғаса был проблема бер нисек тә хәл ителгәне булманы, тик һүҙҙә генә ҡалды.
Быйыл ошо мәсьәлә тағы ла ҡалҡып сыҡты. Ҡалабыҙға мәсет төҙөргә кәрәклеге хаҡында хат яҙылып, халыҡтан бик күп ҡултамғалар йыйылды. Шул хат менән Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы О.Ю. Фроловҡа мөрәжәғәт иттек. Олег Юрьевич мәсьәләне хәл итеү өсөн үҙенең ыңғай ҡарашын белдерҙе.
Күптән түгел Күмертау ҡалаһына һәм Көйөргәҙе районына Республика Башлығы Радий Хәбиров килде. Ҡала халҡын бик күптән борсоған был мәсьәлә тураһында уға Күмертауҙа йәшәүсе, Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы (Конгресы) Президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев еткерҙе. Радий Фәрит улы ла был инициативаны хуплап ҡабул итте. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булып, Р. Хәбиров ҡайтып киткәндең икенсе көнөнә үк, Фәнит Моратбаҡыев менән «Ватан» хужалығы рәйесе Ғәйнетдин Мөхәмәтов ҡала башлығына инеп, был проблема тураһында тағы бер ҡат һөйләшеп сыҡтылар. Олег Юрьевич тиҙ арала инициатив төркөм төҙөргә һәм мәсет төҙөү мәсьәләһен хәл итә башларға тәҡдим итте (Был турала «Юшатыр» гәзитенең 24 ғинуарҙағы һанында «Боҙ ҡуҙғалды» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡты).
Беҙ тиҙ арала инициатив төркөм төҙөп тә ҡуйҙыҡ. Унда Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы мөхтәсибе булараҡ мин, Күмертау ҡалаһының беренсе мәсете имамы Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтов, Фәнит Насип улы Моратбаҡыев, ҡалабыҙҙағы ислам динен тотҡан эре эшҡыуарҙар — Ғәйнетдин Ғәзиз улы Мөхәмәтов, Хәйҙәр Миңшәриф улы Ғайсин керҙе.
26 ғинуарҙа инициатив төркөмдөң киңәйтелгән тәүге ултырышы уҙҙы. Унда шулай уҡ мәсет төҙөргә ярҙам итешергә теләктәре булған мөьмин мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ҙә саҡырылды. Ултырышта мәсет төҙөүгә ҡағылған иң мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Беҙ унда мәсет төҙөү өсөн урын һайлау һәм уның проекты буйынса ҡыҙыу фекер алыштыҡ һәм уртаҡ бер фекергә килдек.
Ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов иҫке автовокзал ҡаршыһындағы урынды тәҡдим иткәйне. «Акрополь» йәмғиәте директоры Хәйҙәр Миңшәриф улы үҙе төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнгән кеше булараҡ, ҡаланы яҡшы белә. Ул мәсет төҙөү өсөн Музыкаль мәктәптең ҡаршыһындағы урынды тәҡдим итте. Был тәҡдимде хуплап ҡаршы алдыҡ. Шулай итеп, беҙҙең алда мәсет төҙөү өсөн ике урын билдәле булды. Хәҙер инде Олег Юрьевич менән тағы бер тапҡыр осрашып, үҙебеҙҙең тәҡдимде индерәсәкбеҙ.
Азат ХӘЛИЛОВ,
Көйөргәҙе районы һәм
Күмертау ҡалаһы мөхтәсибе
Читайте нас: