Все новости
Иман
18 Февраля 2020, 11:32

Йома көн — изге көн

Мораптал мәҙәниәт йортонда әленән-әле төрлө саралар үтеп кенә тора.

Мораптал мәҙәниәт йортонда әленән-әле төрлө саралар үтеп кенә тора. Күптән түгел оло йәштәге инәйҙәрҙе «Аулаҡ»ҡа саҡырып, халыҡ йырҙарын йырлашып, «Наза» уйындары уйнап, тәмле сәйҙәр менән һыйланып, күңелдәрен күтәргән инек. Әле бына «Йома көн — изге көн» тип, кесе йома көнө Иҫке Мораптал башланғыс класс уҡыусыларын «Йома сәйе»нә саҡырҙыҡ. Боронғо ауыл өйөн йыйыштырып, һикегә сәй өҫтәле әҙерләнде. Байрамды Ырымбурҙың «Хөсәйениә» мәҙрәсәһе шәкерте Миңнур өләсәй доға ҡылып асып ебәрҙе. Ул йома көндөң — иң дәрәжәле көн икәнлеген, мосолман халҡының һәр аҙна һайын оло байрамы барлығын, был көндө нимә эшләргә ярай, нимә эшләргә ярамай икәнлеген аңлатты һәм балаларға һорауҙар бирҙе. Шуныһы ҡыуаныслы булды: балалар күҙҙәрен дә йоммай өләсәй һорауҙарына яуап бирҙе, сөнки уларҙың уҡытыусылары Рәмилә Карамат ҡыҙы Ҡужаҡова һәр ваҡыт: «Иманлы юлда булығыҙ. Ололарҙы, кеселәрҙе ҡыйырһытмағыҙ», - тип әҙәп ҡағиҙәләрен аңлатып тора. Миңнур өләсәй «Ҡөрьән» китабын да алып килгән. «Һәр эштең тәртибе бар, Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылығыҙ. Хәҙерҙән үк уҡый башлағыҙ, әҙәп ҡағиҙәләре менән йәшәгеҙ», - тине. Йома сәйенә һәр кем күстәнәс менән килгән. Миңһылыу өләсәй ҡоймаҡ ҡойған. «Йома сәйе» тигән торт та табын түренән урын алды. Уҡытыусы Рәмилә Карамат ҡыҙы ла буш ҡул менән килмәгән — тәмлекәстәргә ҡушып, үҙенең яңы ғына табанан төшкән шиғырҙарын алып килгән. Балаларға йома саҙаҡаһын таратып, «Атай-әсәйҙәргә уҡыла торған доға китабы»н иҫтәлеккә бирҙек. Аҡ түбәтәй, аҡ яулыҡтар ябынған балаларҙың иҫ киткес, тын да алмай ултырыуҙары таң ҡалдырҙы. Был балалар иманлы, шәфҡәтле булып үҫһендәр ине. «Йома көн — изге көн» байрамы йома сәйе менән тамамланды. «Осрашыуҙарҙың һуңғыһы булмаһын, ошолай итеп балалар дин юлына ылығып китһендәр ине», - тине Миңнур өләсәй сара һуңында.
Гөлназ ХӘМИТОВА
Яңы Мораптал ауылы
Читайте нас: