Иман
14 Марта 2020, 06:00

Һүнер ине тормош һин булмаһаң

"Рамаҙан" мәсетендә, ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған "Эй ҡатын-ҡыҙ, һүнер ине тормош һин булмаһаң әгәр донъяла" тип исемләнгән матур сара үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беренсегә үткәрелгән бындай байрам ҡатнашыусыларға бик оҡшаны, улар сара ойоштороусы: мәсеттең имам-хатибы Ғәли хәҙрәткә, имам мөхтәсиб Азат Хәлиловҡа, райондың мөслимәләр берлеге рәйесе Наилә Айсыуаҡоваға рәхмәт белдерҙе. Бағымсылыҡ күрһәткән - "Илек" магазины директоры Зөләйхә Иләкәева һәм "Дуҫлыҡ" магазины директоры Рита Шәкировалар ҙа сауаплы эштән ситтә ҡалмаған.
Читайте нас