Все новости
Иман
23 Апреля 2020, 19:00

Һынау килде ергә

Бирсе, Аллаһ, бөтә Ер шарынаТыныслыҡ һәм шәфҡәт, миһырбан.

Ерҙә тәртип бөттө: уңы - һулға,
Һулы – уңға, донъя әйләнде.
Быуат сире кинәт сорнап алды,
Ҡайҙан һуң ул килеп бәйләнде?
Бик күп түҙҙе ерем, түҙҙе һыуым!
Түҙҙең Үҙең, Хоҙай Тәғәлә!
Шуға килде сир был донъяға –
Ҙур гонаһҡа батҡан ғәләмгә!
Эх һеҙ, кешеләр, аңлаһағыҙ ине,
Ниңә бирелгәнен афәттең!
Терелтергә теләп еребеҙҙе,
Бөтөрөргә насар ғәҙәтте!
Әй һин, донъя халҡы, уйлан бөгөн!
Етте ваҡыт йөҙөң асырға.
Бөтәһен дә Хоҙай күреп тора,
Мөмкин булмаҫ унан ҡасырға!
Артҡа юл юҡ, халҡым, ваҡыт бик тар!
Уҡы доғаң, кил һин иманға.
Ынтыл бары фәҡәт яҡшылыҡҡа
Әйләнмә һин ҡомһоҙ тиранға.
Уйланырлыҡ түгелме һуң, ҡара:
Гөрләп торған илдәр туҡтаны.
Асыҡ ишектәр ҙә ябылдылар.
Был донъяны кемдәр бутаны?
Ер йөҙөндә күптән әхлаҡ бөттө.
Иман, дуҫлыҡ, шәфҡәт ҡалманы.
Нисек кенә байлыҡ йыйһалар ҙа,
Бер кем уны алып китмәне.
Ябылдылар мәсет ишектәре,
Мәктәп, баҡса, уҡыу йорттары.
Больницалар тулы ауырыуҙар –
Әйтерһең дә ерҙең ҡорттары.
Һуғыш та юҡ бөгөн, аслыҡ та юҡ.
Ә ғүмерҙәр китә өҙөлөп.
Мәккәбеҙ ҙә бушап ҡалды кинәт,
Бары ҡоштар оса теҙелеп.
Һынау килде ергә. Етәкселәр,
Туҡтағыҙ һеҙ аҡса йыйыуҙан!
Бер Аллаһтан һорап ялбарығыҙ,
Ҡандарығыҙ туҡтар ойоуҙан.
Ғәфү үтен бөгөн, үкен әҙәм,
Тырыш изгелектәр эшләргә!
Теҙлән, ялбар, һора бер Хоҙайҙан,
Ваҡыт етте дөрөҫ йәшәргә.
Яңыртайыҡ ерҙе, йәшәртәйек,
Һауа... Диңгеҙ... Таҙарт һыуҙарҙы.
Ергә һулышыңды өрөп Раббым
Кисерһәңсе, зинһар, ҡолдарҙы.
Аллаһ ҡаршыһындағы анттар
Булмаһын тик туҡран тәүбәһе!
Ер өҫтөнә килгән һынауҙарҙы
Ни булһа ла бергә үтәһе.
Бирсе, Аллаһ, бөтә Ер шарына
Тыныслыҡ һәм шәфҡәт, миһырбан.
Уятһаңсы йоҡонан бар ғәләмде,
Күңелдәргә һалып саф иман!
Нурия ХӘЛИЛОВА, хажия, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
ислам дине нигеҙҙәрен өйрәтеү буйынса абыстай
Читайте нас: