Все новости
Иман
24 Апреля 2020, 14:00

Өммәтемдең айы

Ислам динендә изге айҙар тип ҡабул ителгән 3 ай бар.

Ислам динендә изге айҙар тип ҡабул ителгән 3 ай бар. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) был айҙар тураһында: “Рәжәб айы Аллаһтың айы, Шәғбән айы – минең айым, Рамаҙан айы – өммәтемдең айылыр”, - тигән. Изге Рамаҙан айы ла килеп етте, иншә Аллаһ. Рамаҙан айы – ҠӨРЬӘН айы. Аллаһы Тәғәлә был хаҡта шулай тип әйтә: “Рамаҙан айы бик шәриф ай, ул айҙа Аллаһтан кешеләргә тура юлды һәм һиҙиәтте асыҡ аңлатыусы Ҡөръән индерелде. Һеҙҙең Рамаҙан айына ирешкән һәр берегеҙ, әлбиттә, ураҙа тотһон.” (“Бәҡара”, 185). Был айҙың ҡиммәтлеген арттырыусы, уны айҙың солтаны иткән Ҡөрьән Кәримдер.
Рамаҙан айы – ураҙа айы. Ураҙа ислам диненең биш бағанаһының береһе булып тора. Ураҙа тәнебеҙгә һаулыҡ, күңелебеҙгә тыныслыҡ, рухыбыҙға иҫәнлек килтерә. Ураҙаны ғәрәпсә “саум” тиҙәр. Беҙҙеңсә ул “тыйылып тороу” тигәнде аңлата. Нимәнән тыйылыу? Ҡайһы бер кешеләр уны ашауҙан тыйылыу тип кенә аңлайҙар. Ләкин ураҙа - ас тороу ғына түгел. Ураҙа тотҡан кеше бөтә боҙоҡ эштәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, ғәйбәттән, кеше араһын боҙоуҙан, ялған һөйләүҙән, кеше рәнйетеүҙән тыйылырға тейеш. “Әгәр берәү ас тороп та, ниәтләп ураҙа тотоп та, кеше рәнйетә торған булһа, мәрхәмәтһеҙлек, шәфҡәтһеҙлек күрһәтһә, ул кешенең ураҙаһы ҡабул булмай”, - тигән Мөхәммәт (с.ғ.с.)
Нурия Хәлилованың тулы хатын 33-сө һанда уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: