Все новости
Иман
17 Мая 2020, 12:00

Донъя әкиәт булған

Өләсәйем иҫән саҡтаДонъя әкиәт булған,Изге Рамаҙан айҙарыТик нурҙан ғына торған.#Ураҙа #Ураҙабайрам #Ураза

Ураҙаға баҫтым әле,
Күңелемә дауаға.
Өләсәкәйем, һин генә юҡ
Йәнең күптән һауала.
Ҡояш сыҡмаҫ борон, тиеп
Сәхәргә уятыуың,
Донъялар имен булһын, тип
Ураҙалар тотоуың.
Кеше белеп ҡуймаһын тип
Шым ғына, шыпырт ҡына
Мине эйәртеп бара инең
Ҡәҙер кис ултырырға.
Сүрәләрҙе уҡып-уҡып,
Теләктәр теләй торғас,
Йырла әле, тиеп мине
Күмәкләп һорай торғас,
Шаршауҙың артында тороп
Инәлткән булыр инем.
«Ҡарлуғас»ты йырлап, һеҙҙе
Илатҡан булыр инем…
Һөйләр инең, көйләр инең,
Миңә бәхет теләр инең.
Таң һарыһында тыуҙың тип,
Ала ҡаҙ инләр инең.
Һәр бер һүҙең, ҡылған эшең
Изге бер ғәмәл ине.
“Әмәл юҡ”, - тиер мәлдәрҙә
Юл асыр әмәл инең.
Ҡушаматың менән түгел,
Ысын-барлығың менән
Атай ҙа, әсәй ҙә булдың
Нисек сыҙаның икән?
Бала саҡтың ураҙаһы
Торғаны байрам ине,
Тәмле өрөк, ҡоймаҡтары -
Ниғмәттәр хайран ине.
Өләсәйем иҫән саҡта
Донъя әкиәт булған,
Изге Рамаҙан айҙары
Тик нурҙан ғына торған.
Хәҙер үҙем ураҙала,
Ейәндәрем – егеттәр
Минең ҡылған ғәмәлдәргә
Етди ҡарай кеүектәр.
Әммә ышанып бөтмәйҙәр
Хаҡ Тәғәлә көсөнә.
Аптырайҙар, төндә тороп,
Минең сәхәр эсеүгә.
Шулай инде, заман башҡа
Заңдары ла үҙгәргән
“Балаларға тәүфиҡ бир”, - тип
Мин теләйем төндәрҙә,
Был донъяла һәр нимәнең
Үҙ ваҡыты бар икән.
Серле, сихри ураҙаны
Өләсәйем алып киткән.
Роза ХӘМИТОВА,
Өфө ҡалаһы
Читайте нас: