Все новости
Иман
14 Июля 2020, 19:30

Мәсет урынына ҡайта

Көйөргәҙе районы Мәрхәмәтлек фонды кураторы Лилиә Михайловаға өндәштек, һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

Көйөргәҙе районы Мәрхәмәтлек фонды кураторы Лилиә Михайловаға өндәштек, һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.
- Теге көн Илкәнәйгә барғас, ауылда ошо проблема бар икәнен белдем. Янған йорт хужаһы менән дә, ауыл кешеләре менән дә осраштым. Йылдар буйы был һорауҙы күтәргәндәр икән. Аралаша торғас, ошондай фекергә килдек: янған йорт хужаһы, был урынды бирһен өсөн (ер уныҡы түгел, силсәүиттеке, Лилиә Игоревна беҙгә был ергә, милеккә ҡағылышлы барлыҡ документтарҙы күрһәтте), йортон емеререгә ризалыҡ бирһен өсөн уға башҡа урындан ер биреү мәсьәләһен дә ҡарарға риза инек. Был йортта өс кеше пропискала тора, юридик мәшәҡәттәре күп.
Читайте нас: