Бөгөн - Ҡорбан ғəйете
Мосолманға - ҙур байрам,
Хоҙайҙың ризалығы өсөн
Намаҙ уҡы, ҡорбан сал!
Ислам дине - мəрхəмəтле,
Онотмайыҡ туғандар.
Илебеҙ тыныс булып,
Килеп торһон байрамдар.
Мосолманға бирелгəн
Изге - Ҡорбан байрамы,
Уның бар бер сəбəбе
Аллаһы Тəғəлəнең - һынауы.
Ҡорбан салыу, хажға барыу
Мосолманға - оло ғибəҙəт,
Йəтимдəргə ярҙам итһəң
Алырһың һин ҙур хөрмəт.
Рəхимле, шəфҡəтле бул!
Булаһың һин һауаплы,
Доға уҡып, телə телəк
Йəшəйһең һəр саҡ бəхетле.
Изге көндəр,ғəмəлдəрҙе
Хис ҡайсан онотмайыҡ,
Күрше-күлəн хəл белешеп
Татыу, берҙəм булайыҡ.
Изгелек менəн яҡшылыҡ
Таба икəн эҙлəп эйəһен,
Телəк менəн доғалар ҙа
Бирə тиҙəр "Яҡшы" бəйəһен.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА
Айсыуаҡ ауылы