Все новости
Иман
4 Августа 2020, 14:05

Хоҙай үҙегеҙҙе ҡыуандырһын

Ҡорбан байрамы – мосолмандарҙың иң мөһим байрамы. Беҙ ҙə был байрамды матур итеп үткəреп ебəрҙек. Байрам алдынан ауылыбыҙ ҡыҙҙары Рузалия Əхийəрова, Гөлсинə Тазетдинова, Рита Ишморатова, Илина Латыпова, Зөлфиə Рахмаева, Резида Ишморатовалар мəсет тирə-яғын йыйыштырып, эсен йыуып, балаҫтарын ҡағып матур итепйыйыштырып ҡуйҙылар. Иман йортобоҙҙо бөхтə итеп тотоуҙа ярҙам иткəндəре өсөн уларға оло рəхмəтлемен

Байрам көндө ғəйет намаҙы уҡылғас, алдан əҙерлəп ҡуйылған тейешле урында ҡорбандар салынды. Сергеевка ауылында йəшəүсе Щукин фамилиялы фермерыбыҙ йыл да ҡорбан салырға һарыҡ бирə. Быйыл да ике һарыҡ алып килде. Шəхси эшҡыуарҙар Радик Фəзғəлиев, “Айнур” магазины хужалары Азат һəм Светлана Сəйетбатталовтар байрам табынына аҙыҡ-түлек менəн ярҙам иттелəр.
Рəшит хəҙрəт ХƏЛИЛОВ, Шəбағыш ауылы
Тулы хат гәзиттә баҫылды.
Читайте нас: