Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы:
Беҙҙә тиҙҙән ҙур төҙөлөш башланырға тора – яңы мәсет төҙөйбөҙ, Алла бирһә, уңарсы, булғанды ҡәҙерләп тоторға кәрәк. Бер саҡ район башлығы Юлай Ильясов килгәйне. Уның алдында, оялыштан, ер тишегенә инерҙәй булдым, Мәсеттең ҡаралмаған сағы ине, башлыҡ бил буйы үлән араһында баҫып тороп фотоға төшөп ҡайтып китте. Фәрғәт хәҙрәткә әйткән булды (мин генә түгел), йыйыштырырға кәрәк тә мәсетте. Кемделер көтөп ултырып булмай ҙа. Мәктәп тирәһен уҡытыусылар, клуб тирәһен - мәҙәниәт кешеләре, силсәүит тирәһен беҙ үҙебеҙ йыйыштырабыҙ. Башҡа юлы юҡ уның. Был һорауға хәҙрәтебеҙ былай тине: Үзбәкстанда (ул шунда йәшәп ҡайтҡан) муллалар көрәк тотмай. Әхәт Исламғолов та (Район Советы сәркәтибе, ауылдаш) был яуапҡа аптырап ҡалғайныҡ. Үзбәкстанда тотмаһа, беҙҙә тоталарсы.