Все новости
Иман
16 Сентября 2020, 17:00

Көтөп ҡалабыҙ

Хөрмәтле мосолман туғандарыбыҙ! Ермолаево мәсетендә ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса дәрестәр биреүҙе башлау, кемдәргәлер өйрәнеүҙе дауам итеү тураһында ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ.

Әссәләмәғәләйкүм үә Рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Хөрмәтле мосолман туғандарыбыҙ! Ермолаево мәсетендә ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса дәрестәр биреүҙе башлау, кемдәргәлер өйрәнеүҙе дауам итеү тураһында ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ. Төркөм икегә бүленәсәк: ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар. Йәш яғынан бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Дәрестәр башҡорт телендә лә, аңламағандарға рус телендә лә барасаҡ. Уҡыусыларҙың эштә булыуҙарын һәм башҡа мәсьәләләрҙе иҫәпкә алып, уҡытыу көндәре, сәғәте бөтәһенә лә ҡулайлы итеп ҡуйылыр.
Йәнә бер нәмәне һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: Ермолаево ҡасабаһынан ғына түгел, Көйөргәҙе районы ауылдарынан, Күмертауҙан – ғөмүмән, мәсеттең ишеген асып ингән бөтә мосолмандарҙы ла беҙ ихлас ҡабул итергә әҙербеҙ. Аллаға шөкөр, беҙҙә уҡыу, белем алыу, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Һеҙҙе 2020 йылдың 18 сентябрендә көндөҙгө 11сәғәттә үҙебеҙҙең Иман йорто – Ермолаево мәсетенә бөтә уҡырға теләүсе ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы асыҡ ишектәр көнөнә, Яңы уҡыу йылы башланыу сәбәпле, тәүге ойоштороу йыйылышына саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарҙы ла бирә алаһығыҙ һәм уҡыу–уҡытыу мәсьәләләре тураһында ентекләп һөйләшербеҙ. Уҡырға ҡабул итеү башланды.
Ошо уҡ байрамға Ҡөръән сүрәләрен Он-лайн аша һөйләүселәр конкурсында ҡатнашыусыларҙың бөтәһен дә бүләкләү тантанаһына саҡырабыҙ һәм көтөп ҡалабыҙ.
8 919 146 64 52 телефоны аша Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының имам-мөхтәсибе Азат хәҙрәт Хәлилов менән (8 927 927 58 60 Хәлилова Нурия Нурғәли ҡыҙы) бәйләнешкә инә алаһығыҙ.
Нурия ХӘЛИЛОВА,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
һәм ислам дине нигеҙҙәрен
өйрәтеү буйынса абыстай
Читайте нас: