Все новости
Иман
26 Сентября 2020, 17:30

Мәсеттәр буш тормаһын

Күптән түгел Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының мөхтәсибәте тарафынан Рамаҙан мәсетендә асыҡ ишектәр көнө үткәрелде.

Былтырғы уҡыу йылында ҡатын-ҡыҙҙар менән Көйөргәҙе районы мөслимәләренең рәйесе Айсыуаҡова Н.К. эште яҡшы ойошторҙо. Ир-егеттәрҙе мәсеттә Шабаев И. һәм Алсынбаев Ә. хәҙрәттәр уҡыттылар. Ваҡытты әрәм итергә ярамай. Быйылғы уҡыу йылында уҡыуға ҡабул итеүҙе башланыҡ. Уҡытыу-тәрбиә эштәрен ойоштороуҙы Нурия Хәлилова алып барасаҡ. Өфө ҡалаһынан мөғәллимдәрҙе курстар ойоштороуға саҡырырбыҙ, иншәллаһ, - тип һөйләгәндән һуң Азат Насретдин улы тантаналы шарттарҙа яҙ айҙарында аттестация үткән уҡытыусыларға сертификаттарын тапшырҙы...
Мәсеттә, уҡыуҙар 2 октябрҙә түбәндәге расписание менән ойоштороласаҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн:
Йома: 1синыф - 10.00 Шәмбе : 1синыф - 10.00
2 синыф - 12.00
3 синыф - 14.30
Ир-егеттәр йәкшәмбе көнө уҡыясаҡ.
Дәрестәр графигы, синыфтарға бүлеү белем кимәле, төрлө ауылдарҙан килеүселәр, эшләүселәрҙең ихтыяжына ҡулайлаштырып үҙгәрергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон: 8927 927 58 60.

Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәтенең
мосолман ҡатын-ҡыҙҙары рәйесе
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 77-се һанында.
Читайте нас: