Яңы мәсет менән хәлдәр нисек икән тип, беҙ Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы имам-мөхтәсибе Азат хәҙрәт Хәлиловҡа шылтыраттыҡ:
- Инициатив тигән төркөм юҡ ул, әллә ҡайҙа таралды ла бөттөләр. Әле бер үҙем йөрөйөм. Ҡала башлығы йә Камаз-Үҙәк бинаһын мәсет итербеҙ йә автовокзалды, тине. Ә автовокзал иҫке автовокзал ҡаршыһындағы бәләкәйерәк ташландыҡ бинаға күсер, тине. Хәлдәр әлегә ошолайыраҡ, артабан нисек булыр, барыһы ла Хоҙай ҡулында.