Все новости
Иман
9 Февраля 2021, 12:26

Һимеҙен тейәне

Мәмбәтҡолдан Минияр ағай Хәйбуллин яңы ғына "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалын түшенә таҡты. Былай ҙа халыҡ тип йәшәгән кеше, миҙалдан һуң нурҙарын тағы ла яҡтыраҡ сәсә башланы: Яҡут ауылына, ҡорбанға тип, һарыҡ бирҙе. Көтөүе араһынан иң һимеҙен, таҙарағын һайлап алып, Яҡут яҡтарына тейәп ебәргән.

- Ауылыбыҙ бәләкәй булыуына ҡарамай, тулы тормош менән йәшәй. Был юлы ла ауылыбыҙға иман, бәрәкәт һәм ҡот ҡайтарыу ниәтендә ҡорбан салынды. Шулай уҡ мәсетебеҙҙә насар ғәҙәттәрҙең оло гонаһы тураһында, изге ғәмәлдәр менән, иман юлынан йәшәргә өндәп фәһемле вәғәздәр тыңланыҡ. Йома намаҙынан һуң ҡорбан ашынан да ауыҙ иттек. Был сарала бар күңелдәрен һалып әҙерләшкән апай-һеңлеләргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - ти Яҡут мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәмзиә Әбйәлилова.
Читайте нас: