Юшатыр
+17 °С
Дождь
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Иман
10 Марта 2021, 07:19
Аҡ мәсеттә яҡты уйҙар булһын
Яҡшымбәт ауылы мәсете был ауылдың ғына түгел, барлыҡ республиканың, хатта бөтөн мосолман донъяһының ғорурлығы. Шуныһы: был мөһабәт бина үҙе әле ярҙамға мохтаж. "Юшатыр" был темаға, ғөмүмән, Яҡшымбәттәге дини тормошҡа бәйле күп яҙҙы, төрлө йөкмәткеле хаттар ҙа алды.
Ҡыҙғаныс, араларында бер-береһенә үпкә белдергәндәре лә булды. Дин - бәндәне яраштырырға тейеш маяҡ, уртаҡ маҡсаттар бар (ауылдың яҙмышы), алда хәҙер, барлыҡ ығы-зығынан өҫтөн булып, бергәләшеп, мәсетте яңыртыу эше тора. Яңыраҡ Свидетель Милосердия фонды, проектсылар, ауыл хакимиәте менән бергә, Яҡшымбәт мәсетендә булған. Боронғо мәсеткә проект әҙер ҙә инде, әле ремонтҡа күпме аҡса китере асыҡлана.
Тиҙҙән Аҡ мәсет яңы төҫ алыр, тип ышанға килә һәм бында аяҡ баҫҡан һәр береһенең башында тик аҡ, яҡты уйҙар ғына булыр.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"