Райондың Рамаҙан мәсетендә бөгөн ҙур сара булды Хәләл эшҡыуарлыҡ тип атала. Диниә назаратынан мөфтөйҙөң урынбаҫары Фидан Ғәзизов, Хәләл индустрияһы үҙәге етәксеһе Илнур Мөхәмтйәновтар килгән. Үҙебеҙҙекеләрҙән Район Советы рәйесе Фәнит Моратбаҡыев, бизнес шериф Тимур Иҙрисов һәм, әлбиттә, Азат хәҙрәт булды
Нимә ул Хәләл - ошо темаға оҙаҡ ҡына телмәр тотолдо. Беҙҙең, ерҙә йөрөгән халыҡтың, үҙ һорауҙары: беҙҙә хәләл ит һуйыр ер юҡ, Покровала һуяһыңмы ла Ермолоаевола һуяһыңмы, аптырағас, Тәүәкәнгә малды ҡыуабыҙ. Магазинда йомортҡаға хәләл тип яҙып һаталар, нимә, харам йомортҡа буламы донъя йөҙөндә, тауыҡ менән әтәс ҡауышҡанда, уларға никах уҡығандармы әллә? Райпо бөттө тиерлек, шуларҙан ҡалған биналарҙы, бәлки, хәләл ризыҡ етештереүгә бирергәлер?
Диниә назаратынан бүләктәр ҙә алып килгәндәр, Яңы Мораптал һәм Яманһары имамдарына Маҡтау грамоталары тотторҙолар. Тимур Нәсибулла улына намаҙлыҡ һәм матур сәғәт бирҙеләр - бүләкте өйөңә алып ҡайтаһыңмы, эшеңә алып бараһыңмы - үҙең ҡара.
Тулы материал киләһе һанда була.