Иман
27 Марта 2021, 04:47

Хаталарға юл ҡуймайыҡ

Асҡар Кинжəлиев, Мораптал ауыл билəмəһе хакимиəте башлығы:- Беҙҙең ауыл билəмəһендə 3 мəсет бар, барыһы ла законлы рəүештə теркəлгəн, ерҙəре, биналары юлланылған. Аҡһарыла төҙөлөргə тейеш дүртенсе мəсетебеҙгə тейешле урын билдəлəй алмайбыҙ əле. Диниə ойошмаһы бар, мəсеттəре юҡ. Һəр мəсеткə лə тыйылған китаптар исемлеген тараттыҡ, барыһын да яҡшы белəлəр, хоҡуҡты боҙмайҙар.

Иҫке Морапталдың «Зəкиə» мəсетендə беҙҙе Рахманғолов Рəфҡəт хəҙрəт ҡаршы алды һəм мəсеттең тарихы менəн таныштырҙы. Ирен һуғышҡа оҙотҡан Зəкиə инəй, балалары менəн үҙ көстəренə һалып сыҡҡан йортто, ҡыҙы Туҡаева Нәҡиә мəсет булһын тип ауылға бүлəк иткəн, Туҡаев Айҙар спонсор ярҙамы күрһəтеп, ауыл халҡы менəн бергəлəшеп мəсетте төҙөп, 2013 йылда асҡандар. Мəсеткə терəлеп торған иҫке, буш йортты һүтергə əлегə ризалыҡ юҡ, уны ла матурлап тышын көплəп ҡуйғандар, келəт урынына ҡулланалар. Был мəсеткə тейешле яҙыу яһап ҡуйырға кəңəш биргəс, ауыл билəмəһе башлығы Асҡар Исәт улы мəсеткə хəйер биреп, Рəфҡəт хəҙрəт доға ҡылып, матур телəктəр менəн оҙатып ҡуйҙы.
Был рейд тураһында тулы йөкмәткеле мәҡәлә гәзиттә үткән һанда сыҡты.
Читайте нас