Иман
1 Апреля 2021, 16:04

Аҡһарылар менән осрашыу

Мөхтәсибәт исеменә Аҡһары ауылы халҡынан коллектив хат килеп төштө.

Мөхтәсибәт исеменә Аҡһары ауылы халҡынан коллектив хат килеп төштө. Хатта Аҡһары ауылында элекке Салауат колхозы хакимиәте һәм ашханаһы бинаһын мәсет итергә ярҙам итеүҙе һорағандар. Ул хат шулай уҡ Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы хакимиәтенә лә барған икән. Ошо хат буйынса ярҙамсым Айнур Ҡәҙимов менән Аҡһары ауылына юлландыҡ. Иң беренсе сәфәребеҙ Киров исемндәге ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Байгильдин Дамир Таһир улы менән әңгәмәнән башланды. Хаттың икенсе данаһы бар икәнен уның янына кергәс белдек. Дамир Таһир улы был турала хәбәрҙәр булғас, һәр һорауыбыҙға яуап әҙерләп тә ҡуйғайны инде. - Ул бинаға күптәр күҙ һалып йөрөй инде ул, тип башланы һүҙен, рәйес. Бизнес өсөн һораусылар ҙа булды. Хатта хәләл кафе асабыҙ, - тип тә килделәр. Шулай уйланып йөрөгәндә ошо хат килгәс, изге эш өсөн булһын тигән ҡарарға килдем, - тине ул. Кооператив рәйесе Мораптал ауылы хакимиәте башлығын да яныбыҙға керергә һораны. Кинжалеев Әсҡәр Исәт улы, киң йылмайып килеп тә керҙе. Әңгәмәбеҙ киңерәк даирәлә дауам итте. Әсҡәр туған да, Дамир туған кеүек мәсет тергеҙеүҙе хуп күрҙе. Күмәкләшеп, халыҡ менән йыйын (сход) үткәрергә ҡарар иттек. Әлегә был Бисмилләһ тип атлаған аҙымыбыҙҙың башы ғына. Барыһы тураһында ла Юшатыр гәзите аша таныштырып барырбыҙ. Изге ниәт менән ниәтләп башланыҡ. Аҙағы хәйерле булһын, дауамлы булһын. Сәфәребеҙҙең дауамы Рәйфә апай Сәғәҙиеваға ине. Тик уны осрата алманыҡ. Артабан ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлсөм апайға юлландыҡ. Апайыбыҙ ихлас күңелдән ҡаршы алды. Шатланып, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә һүҙ бирҙе. Бына ҙур рәхмәт, һикһәнде аша атлаған инәй, иншәАллаһ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Ул барлыҡ ауылдаштарға ла өлгө булһын ине инде. Сәфәребеҙҙе шул бинаны ҡарап китеү менән тамамланды. Әлбиттә, әлегә эске яғын ҡарап булманы. ИншәАллаһ, тыштан бик матур ғына. Мәсет булырға яҙһын тип доға ҡылып, ҡайтыу яғына юлландыҡ.
Азат хәҙрәт Хәлилов, имам мөхтәсиб.
Читайте нас