Иман
12 Апреля 2021, 10:18

Бер-береңə ярҙамлашыу айы

Рамаҙан айы – шəфҡəт айы, мохтаждарға рəхимлекте арттыра торған ай. Оло пəйғəмбəр Йософ ғəлəйһиссəлəм, үҙ ҡулында бөтə илдең байлығы булһа ла туйғанса ашамаған. “Ни өсөн асығаһың?”, - тип һорағас: “Үҙем туҡ булып, ас кешелəрҙең хəлен иҫемдəн сығарырмын тип ҡурҡам”, - тип яуап биргəн.Былар бик ғибрəтле һүҙҙəр. Рамаҙан айында эшлəгəн изгелектəребеҙ өсөн башҡа айҙарға ҡарағанда күберəк сауап бирелер.

Меҫкендəргə һəм фəҡирҙəргə, ғəриптəргə, ислам динен таратыу өсөн ошо айҙа саҙаҡа өлəшеү бик сауаплы эш. Был ярҙам арҡаһында кешелəр араһында бер-береһенə ҡарата ихтирам хистəре артыр. Ғибəҙəттəр менəн бергə беҙ əхлəгебеҙҙе төҙəтəйек, сөнки бының өсөн Рамаҙан айында юлдар асыҡ була. Бик күп хəҙистəрҙə əйтелеүенсə, Рамаҙан айында Йəннəт ишектəре асыла, Йəһəннəм ишектəре ябыла, шайтандар сынйырлап ҡуйыла, ə изге ғəмəлдəр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дəрəжəлəре күтəрелə, уларҙың гонаһтары ғəфү ителə, Раббыбыҙҙың ниғмəттəре ишəйə. Был мөбəрəк айҙы, ҡəҙерен белеп, файҙалы итеп үткəрергə тырышайыҡ!
Нурия ХƏЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы
Читайте нас