Иман
12 Апреля 2021, 10:06

Рамаҙан айы башлана

Бөгөн ҡояш батыу менән иң изге Рамаҙан айы башлана.Əгүзү биллəһи-минəш-шəйтанир-раҗим. Бисмиллəһир-рахмəнир-рахим. Əлхəмдүлиллəһи раббил-ғəлəмин. Вəссалəтү вəссəлəмү галə Мүхəммəдин вə галə əлиһи вə сахбиһи əҗмəгыйн! Бисмиллəһир-рахмəнир-рахим. Аллаһү Тəғəлə Бəкара сүрəһе 185-се аяты-кəримəһендə шулай тип бойора: "Рамаҙан айы бик шəриф ай, ул айҙа Аллаһтан кешелəргə туры юлды күрһəтеүсе һəм һидиəтте асыҡ бəйəн ҡылыусы Ҡөръəн иңдерелде. Һеҙҙəрҙəн Рамаҙан айына ирешкəн һəр берегеҙ, əлбиттə, ураҙа тотһын! (Аллаһтың ураҙа тоторға биргəн əмере: ирҙəргə, ҡатындарға, йəштəргə, ҡарттарға, байҙарға, ярлыларға, батшаларға, ғəдилəргə, эшселəргə, уҡыусыларға һəм хəрбиҙəргə.

Эштең ауырлығы, тормоштоң мəшəҡəтле булыуы, балаларҙың күплеге, йəштəрҙең мəктəптə йəки юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙары һəм бəлə-ҡаза килеүҙəр, ураҙа тотмаҫҡа һылтау була алмайҙар. Фəҡəт ятып сирлəгəн, мəшəҡəтле оҙон сəфəрҙə булған, ҡартлыҡ зəғифлегенə ирешкəн, тотҡонда булған һəм йөклө, хаезъле ҡатындар – былар һылтаулы булалар. Ҡартлыҡ зəғифлегенə ирешкəн кеше һəм сəлəмəтлəнмəй торған сирле кеше, былар көстəре етмəү сəбəпле ураҙа тотмайҙар һəм ҡаза ла ҡылмайҙар. Малдары булһа, фидия бирəлəр. Рамаҙан айында берəү сирле булһа, йəки мəшəҡəтле оҙон сəфəрҙə булһа ураҙа тотмаһын, сирле кеше сəлəмəтлəнһə, мөсафир өйөнə ҡайтҡас, башҡа ваҡытта ҡаза ҡылырҙар. Аллаһ һеҙгə еңеллекте телəй, ауырлыҡты телəмəй һəм рамаҙан ураҙаһын тултырып тотоуығыҙҙы һəм Аллаһ һеҙҙе тура юлға күндергəне өсөн Уны ҙурлауығыҙҙы телəй, шаять Аллаһҡа шөкөр итəрһегеҙ!"
Рамаҙан айы ул - Ураҙа айы. Был айҙы Аллаһы Тəғəлə беҙгə фарыз ҡылған, ə төндə уҡыла торған Тəрəвих намаҙын үҙ телəгебеҙ менəн Хаҡ Тəғəлəгə итəғəт итеүебеҙ өсөн биргəн. Был айҙа яҡшылыҡ эшлəгəн кеше - Аллаһы Тəғəлə ҡушҡан фарыз ғəмəлдəрҙе үтəгəн (мəҗбүри) - Аллаһтың 70 төрлө ҡушылған ғəмəлдəрен башҡарған була.
Рамаҙан-Шəриф айы - сабырлыҡ һəм сыҙамлыҡ ваҡыты, ə сабырлыҡ Йəннəт баҡсалары менəн бүлəклəнə! Рамаҙан - мəрхəмəтлелек һəм ул ваҡытта иман китереүселəргə ҡарата Аллаһы Тəғəлəнең рəхиме һəм рəхмəте тыуа. Намаҙ ул- ғибəҙəт. Ураҙа - тотроҡлолоҡ! Ураҙа - йөрəкте йомшарта һəм Аллаһы Тəғəлəнəн ҡурҡып һаҡланыусы мөъминдəрҙе тəҡвəлəштерə. Ураҙа тотоусы - изге эш тураһында уйлап ҡына ҡалмайынса, шунда уҡ ҡылырға ынтыла. Рəсүлебеҙ əйтə: "Əгəр кинəт кешенең фекеренə гонаһлы нимə булһа ҡаплана икəн, шунда уҡ уларҙан баш тарта". Сөнки ураҙаны үтəү ас тороу ғына түгел, аслыҡ та түгел, ə яҡшы хистəрҙең актив уяныуына, яҡындарыңа ҡарата мəрхəмəтлелегенə, Аллаһы Тəғəлəгə булған мөхəббəтен раҫлауға сəбəп итə.
Ҡаҙерле дин ҡəрҙəштəр! Мөхəммəд пəйғəмбəребеҙҙең (с.г.у.) вəғəздəрен үрнəк итеп алып яҡындарығыҙҙы һəм мохтаждарҙы ҡайғыртыу, күршелəргə, яңғыҙҙарға һəм өлкəндəргə иғтибарлыраҡ булыу өсөн тағы ла күберəк тырышлыҡ ҡуйығыҙ. Сөнки был айҙа һəр ҡайһыбыҙҙың ихласлығы, йөрəктəренең изгелеге һынала, һəр изге ғəмəл өсөн, башҡа айҙарға ҡарағанда, 70 тапҡыр күберəк һауап бирелə.
13 апрель - Рамаҙан айының беренсе көнө.
12-се май Рамаҙандың һуңғы көнө. 13-сө май - Ураҙа Ғəйете байрамы.
Сабир хəҙрəт КƏРИМОВ,
Күмертау ҡалаһының Көнсығыш мəсете имамы ярҙамсыһы
Читайте нас