Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Иншә Аллаһ кисә ҡояш офоҡтан юғалыу менән рамаҙан шәриф айы башланды. Һәм барса мосолман халҡы кисә 2021 йылдың беренсе тәрәүих намаҙына йыйылды. Тажлы зәхмәт пандемияһынан арынып, иншә Аллаһ, мәсеттәребеҙгә килдек. Һәм әлбиттә, һаҡланыу сараларын үтәйбеҙ. Шулай ҙа 65 йәштән уҙған ағай – апайҙарыбыҙ өйҙәрендә уҡырҙар инде. Һәм бөгөн 13 апрель ү ураҙаларыбыҙҙың беренсе көнө. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай тип әйтеп ҡалдырған: “Ошо айҙа Әҙәм балаһы ҡылған һәр изге ғәмәленең әжере унан ете йөҙгә саҡлы ҡабатлана”.
Мосолмандар өсөн Рамаҙан айы – иң хөрмәтле айҙарҙың береһе. Ҡәҙерле ҡала һәм район мосолмандары! Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын. Аллаһы сөбәхнә үә Тәғәлә ураҙаларыбыҙҙа ҡабул итһен. Эшләгән изгелектәребеҙҙең әжер сауаптарын күрергә насип булһын.
Изге теләктәр менән Азат хажий Хәлилов, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе.