Мөбәрәк ай-Рамаҙан,
Беҙгә хоҙай ебәргән.
Ураҙа тотҡан бәндәне,
Ғәфү итермен тигән.
Изге айҙың Һауабын
Үлсәүгә һалып булмай,
Күпме генә тырышһаңда
Уның һауыты тулмай.
Уны тултырыу өсөн,
Үтәү кәрәк Хоҙай ҡушҡанын.
Тәһәрәт алып һәр көндө,
Онотма мәсет һуҡмағын.
Сәләмәт тән, изге ғәмәл,
Мосолмандың теләге.
Ихлас булһа теләктәрең,
Аллаһ мәхрүм итмәй бәндәне.
Аллаһ исемдәрен атап
Һәр көн доға ҡылайыҡ.
Ҡөрьән-Ҡәрим өйрәткәнен,
Һис ҡайсан онотмайыҡ.
Көрьән уҡытып, бирергә саҙаҡа,
Тырышайыҡ онотмаҫҡа.
Шуны иҫтә тотһаҡ әгәр,
Урыныбыҙ була ожмахта.
Гөлшат Байназарова,
Айсыуаҡ ауылы