Кисә хөрмәтле мөхтәсибәтебеҙ күмәге менән бергә районды гиҙҙе. Аҡһарыла булғандар, халыҡ менән осрашҡандар. Маҡсаттар бер - ауылда мәсет төҙөү. Төҙөү тип, совхоздың ашханаһын мәсет итеү, мулла бар, мәсет кенә кәрәк.
Яманғол. Бында Райпо магазинын күптән мәсет иттеләр, Рәжәп хәҙрәт матур ғына эшен алып бара, шуға ҡыуанды йыйылған йәмәғәт.
Бер юлы Күмертауға ла һуғылғандар. Документтарҙы ҡарағандар (был бик мөһим шарт, мәсеткә килдең дә намаҙ уҡының да ҡайттың түгел, һәр ерҙә тәртип кәрәк). Яңы Ямашта ла, ауыл бәләкәй булһа ла, мәсет эшләп килә. Иҫке инде ул. Шулай ҙа Пахлаван хәҙрәт бойоҡмай, халыҡ араһында динде таратыуға ныҡлап йәбешкән.
Сәфәр бик шәп булды ти мосолмандар. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: һуңғы ваҡыт Азат хәҙрәт Хәлилов үҙенең арҡаҙаштары менән эште йәнләндерҙе һымаҡ, был, әлбиттә, яҡшыға. Осрашыу, йыйылышыуҙар - изге ғәмәл, артабан да күрешеп, аңлашып йәшәргә яҙһын.