Иман
23 Апреля 2021, 08:10

Изге айҙа изге сәфәргә

Әлеге Ағинәйҙәр йыйынында (был һүҙҙе ҙур менән яҙабыҙ, мөхтәрәмле кеше генә ағинәй була ала) Азат хәҙрәт Хәлилов та әүҙем ҡатнаша. Тәғәм-ризыҡ һәр өҫтәлдә, улары емерелергә тора, иҫке булғанға түгел, аш-һыу күп. Ҡунаҡсыл халыҡ бит беҙҙекеләр, һәр яндан уҙғанға өндәшеп әйҙүкләп торалар : кил, һыйлан. Хәҙрәткә лә өндәштеләр. Тик азат Насретдин улы баш тартты - ярамай, ураҙам боҙола.

Изге ай бара шул, тап ошо айҙа егетәребеҙҙе әрмегә ала башланылар. Ағинәй сараһы бер нәмә, малайҙарҙы һалдатҡа оҙатыу, бәлки, тағы ла изгерәк ғәмәлдер, Азат хәҙрәт бында ла барҙы. Тыуған ерҙәрҙән ситтә булғанда, күбеһе яҙмышҡа ышана, ул мәрхәмәтлелек күрһәтер, ти. Һәм, әлбиттә, динһеҙ булмай. Шуға ла хәҙрәттең был миссияһы бик кәрәкле. Ышаныс, өмөт, мөхәббәт. Ошо төшөнсәләрҙе арҡаларына аҫып китә егеттәр. Ә былар барыһы ла дингә бәйле.
- Имен йөрөп ҡайтығыҙ, малайҙар, изге айҙа изге сәфәргә йыйынаһығыҙ, юлдарығыҙ имен булһын, йорттағылар бөтөн булһын.
Амин. Азат хәҙрәттең фатихаһы тормошҡа ашһын.
Читайте нас