Иман
25 Апреля 2021, 03:44

Нур сәсеү

Рамаҙан айы дауам итә. Азат хәҙрәт Хәлилов күргән береһенә әйтә ахры: бөгөн кис кил мәсеткә. Хәҙрәттең маҡсаты асыҡ - ни тиклем күберәк кеше иман йортона килә, шул тиклем яҡшыраҡ. Донъяға шул тиклем күберәк нур таралыр.

Рамаҙан мәсетенә байтаҡ кеше килә. Һис бер ерҙә осратмаҫ кешене бында осратырға була. Әллә нисә айҙар тап итмәгән кеше, ҡараһаң, мәсеттә ултыра. Быныһы ғәжәп түгел, һәр кем үҙ эшенә йомолған, урам буйлап юҡты бушҡа ауҙарып йөрөгәндәр һирәк.
Әнүәр Уразаевты ла урамда осратырмын тимә. Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһында ултыра ул. Оҙаҡ эшләй, башлыҡ булып кем килһә лә, Әнүәр Шәһит улы алыштырғыһыҙ етәксе - уның юғары профессионал сифаттарын күрәләр.
Эштәр идарасыһы, эшенән аҙ ғына арыныу менән, мәсеткә килгән. Азат хәҙрәт үҙе өндәшкәндерме инде, хәйер, юҡтыр, Ә. Уразаев хәҙер Ермолаевола йәшәй, ә район үҙәгендә иң күркәм урындарҙың береһе -мәсет. Әүҙем, дингә лә, фәнгә лә ихтирам менән ҡараған кеше булараҡ, Әнүәр Шәһит улы был урынға үҙе теләп килгәндер. Әнүәр - яҡтылыҡ һибеүсе тигәнде аңлата, исем менән кеше есеме ныҡ бәйләнгән тиҙәр, халыҡҡа яҡтылыҡ сәсеү мәсеттән башлана, бер нур икенсеһен үҙенә тартҡандыр.
Читайте нас